Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 22:16 - Изге Яҙма

16 Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

16 Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Ирод батша яҡлылары менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, сөнки кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 22:16
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Тере Раббы шаһит: Раббы миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтарҙы Михаяһ.


Йә Раббы, ҡасанға саҡлы, Мәңгегәме мине оноторһоң? Минән йөҙ йәшерерһең ҡасанға тиклем?


Йә Раббы, дошмандарым ни тиклем күп минең! Ғәҙеллегең менән мине Үҙеңдең һуҡмағыңдан етәклә, Юлымды тура ит.


Яҡынына ялағайланған – уның аяғына тоҙаҡ һалған.


Телендә гел хаҡ ҡануным булды, Ауыҙынан алдаҡ һүҙ сыҡманы, Хозурымда иман менән имен ғүмер итте, Күптәрҙе гонаһ ҡылыуҙан араланы.


Шуның өсөн Мин бөтә халыҡ алдында һеҙҙе меҫкен итәм, кәмһетәм, сөнки һеҙ Минең юлымдан ситләштегеҙ, ҡанунға ҡағылышлы мәсьәләләрҙә ике йөҙлөлөк күрһәтәһегеҙ.


– Остаз, Муса ҡанунда: «Әгәр ҙә балаһы булмаған ир үлеп китһә, уның тол ҡалған ҡатынына туғаны өйләнеп, үлгән туғанының нәҫелен дауам итһен», – тигән.


Икенсеһе менән дә, өсөнсөһөнән етенсеһенә тиклем бүтәндәре менән дә шундай хәл ҡабатланды.


Ғайса уларға: – Ҡалала йәшәгән шул-шул кешегә барып, уға: «Остазыбыҙ: „Билдәләнгән сәғәтем етеп килә. Мин Үҙемдең шәкерттәрем менән бергә Ҡотҡарылыу байрамы ашын һиндә ашармын“, – тине», – тип әйтегеҙ.


Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Һаумы, Остаз! – тип Уны үбеп алды.


Ғайса юлға сыҡҡанда янына бер кеше йүгереп килде лә, Уның алдында тубыҡланып: – Игелекле Остаз, мәңгелек тормошто мираҫ итеп алыр өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.


Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Һируд батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр.


Улар килеп: – Остаз, Һинең тура һүҙле булыуыңды һәм бер кемдән дә ҡурҡмауыңды беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.


Фарисейҙар ғибәҙәтхананан сыҡты ла Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайсаны нисек һәләк итеү тураһында кәңәшләшә башланы.


Ғайса шәкерттәрен: – Ҡарағыҙ уны, фарисейҙар әсеткеһенән дә, Һируд әсеткеһенән дә һаҡ булығыҙ! – тип киҫәтте.


Шуның өсөн улар Ғайсанан: – Остаз, беҙ Һинең хаҡ һүҙ һөйләүеңде һәм өйрәтеүеңде беләбеҙ. Кешеләргә айырмай ҡарайһың һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтәһең.


Ғайса уға: – Шимғон, Минең һиңә әйтергә теләгән бер һүҙем бар, – тине. – Әйт, Остаз, – тине фарисей.


Ғайса уға: – Мин – юл, хәҡиҡәт һәм тормош. Минең аша ғына Атам янына барып була.


– Тимәк, Һин Батшаһың, шулаймы? – тине Пилатос. Ғайса уға: – Һин үҙең Мине Батша тиһең. Мин хәҡиҡәт тураһында шаһитлыҡ ҡылыу өсөн тыуҙым, донъяға ла шуның өсөн килдем. Хәҡиҡәт яҡлы һәр кем Мине тыңлай, – тип яуапланы.


Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә Үҙен Ебәргәндең данын эҙләгән Зат эскерһеҙ, һәм Уның күңелендә ялғанға урын юҡ.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Мәсихтә беҙ Уның Үҙе алдында ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Уның урынына, хурлыҡлы йәшерен эштәрҙе кире ҡағып, хәйлә юлына баҫмайынса һәм Алла һүҙен боҙмайынса, киреһенсә, хәҡиҡәтте асып, Алла алдында яуаплы булып, үҙебеҙҙе һәр кешенең выждан хөкөмөнә тәҡдим итәбеҙ.


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихтең хеҙмәтсеһе булмаҫ инем.


Абруйлы кешеләр ҙә – ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай – һөйләгәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне.


Ул атаһы менән әсәһе хаҡында: «Мин улар хаҡында уйламайым», – тине. Туғандарын таныманы, балаларын белмәне, Әммә Һинең һүҙҙәреңде тотто, Һинең менән килешеүҙе һаҡланы.


Кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаған һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратырға беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып һөйләйбеҙ.


Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас.


Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ