Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 21:11 - Изге Яҙма

11 – Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 – Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 – Был – Ғайса, Галилеялағы Назаранан килгән пәйғәмбәр, – тип яуап бирҙе халыҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 21:11
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


Ғайса Йәрүсәлимгә килеп ингәс, бөтә ҡала хәрәкәткә килде. – Был кем? – тип һораштылар.


«Кешеләрҙән», – тиһәк, халыҡтан ҡурҡабыҙ. Бөтөнөһө лә Яхъяны пәйғәмбәр тип иҫәпләй бит, – тиештеләр.


Улар Ғайсаны ҡулға алырға теләне, әммә халыҡтан ҡурҡты, сөнки халыҡ Ғайсаны пәйғәмбәр тип һанай ине.


Икенселәре: «Ул – Ильяс», – тине, бүтәндәре иһә: «Борон булған пәйғәмбәрҙәргә оҡшаған бер пәйғәмбәр Ул», – тип һөйләне.


Хәйер, Мин бөгөн дә, иртәгә лә, өсөнсө көндә лә Үҙ юлымды дауам итергә тейешмен, сөнки пәйғәмбәрҙең Йәрүсәлимдән ситтә үлтерелеүе мөмкин түгел.


– Ниндәй хәл? – тине Ғайса. Шәкерттәр Уға былай тине: – Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙе менән дә, эше менән дә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине.


Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалды һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла Үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данланы.


Ғайсаны ашҡа саҡырған фарисей быны күреп: «Әгәр Ул пәйғәмбәр булһа, Үҙенә ҡағылған ҡатындың ниндәй икәнлеген белер ине. Ул бит әхлаҡһыҙ ҡатын», – тип уйланы.


– Кем һуң һин? Ильясмы? – тип һоранылар. – Юҡ, – тине Яхъя. – Вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәрме? Ул йәнә: – Юҡ, – тип яуапланы.


– Һин Мәсих тә, Ильяс та, вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр ҙә булмағас, ни өсөн һыуға сумдырыу йолаһын башҡараһың? – тип һоранылар.


– Әфәндем! – тине Уға ҡатын. – Күрәм, Һин пәйғәмбәр.


Ғайса ҡылған мөғжизәне күреп, кешеләр: – Донъяға килергә тейеш булған Пәйғәмбәр ысынлап та Ул икән! – тиеште.


Уның һүҙҙәрен ишеткән кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре: – Был – ысынлап та вәғәҙә ителгән Пәйғәмбәр!


Элекке һуҡырҙан тағы: – Ул минең күҙҙәремде асты, тиһең. Уның тураһында ни әйтерһең? – тип һоранылар. – Ул – пәйғәмбәр, – тине теге кеше.


Исраил халҡына: «Алла һеҙгә ҡәрҙәштәрегеҙ араһынан минең кеүек бер Пәйғәмбәр һайлап ҡуйыр», – тип әйткән дә – шул Муса.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ