Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 20:16 - Изге Яҙма

16 – Бына шулай: һуңғылар беренсе булыр, ә беренселәр һуңғы булыр, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

16 – Бына шулай: аҙаҡҡылар беренсе булыр, ә беренселәр аҙаҡҡы булыр, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

16 – Бына шулай: һуңғылар беренсе булыр, ә беренселәр һуңғы булыр, – тине Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 20:16
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе – һуңғы, ә һуңғылар иһә беренсе булыр.


Аталарының ихтыярын ҡайһыһы үтәгән? – Беренсеһе, – тип яуап бирҙе тегеләр. Ғайса уларға былай тине: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығына һалым йыйыусылар һәм фәхишәләр һеҙҙән алда инәсәк.


Сөнки саҡырылғандар күп, ләкин һайлап алырлыҡтары аҙ.


Тар ҡапҡанан инегеҙ! Һәләкәткә алып барған ҡапҡа киң һәм юлы иркен. Күптәр шул ҡапҡанан инә лә инде.


Әммә беренсе булғандарҙың күбеһе – һуңғы, һуңғылар беренсе булыр.


Һеҙгә шуны әйтәм: тәүге саҡырылғандарҙың береһе лә минең табынымдағы ризыҡты ауыҙ итә алмаҫ».


Һеҙгә шуны әйтәм: шул рәүешле, тәүбә итеүгә мохтаж булмаған туҡһан туғыҙ тәҡүә кеше өсөн шатланыуға ҡарағанда, тәүбә иткән гонаһлы бер кеше өсөн күктә шатлыҡ ҙурыраҡ булыр.


Һиңә ни өсөн икәнлеген әйтәм: уның күп гонаһтары ғәфү ителде, шуның өсөн Миңә ҡарата уның мөхәббәте ҙур. Аҙ ғәфү ителгән кешенең мөхәббәте лә аҙ.


Ҡанун иһә енәйәт артһын өсөн кертелгән, әммә гонаһ күп булған ерҙә Алла мәрхәмәте тағы ла нығыраҡ артҡан.


Алла кемдәрҙе алдан билдәләп ҡуйған, шуларҙы саҡырып алған. Кемдәрҙе саҡырып алған, шуларҙы аҡлаған. Аҡланғандарға Ул дан-шөһрәт биргән.


Ни тип әйтергә һуң? Аҡланыуға ынтылмаған бүтән халыҡтар аҡланыу алды. Был аҡланыу инаныу аша килде.


Беҙҙән ишеткән Алла һүҙен кешенән килгән хәбәр итеп түгел, ә ысынында нисек булһа, шул көйө – Алла һүҙе итеп ҡабул итеүегеҙ өсөн дә Аллаға һәр ваҡыт рәхмәт әйтәбеҙ. Ул һүҙ һеҙҙә, иман юлындағыларҙа, үҙ эшен алып бара.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ