Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 19:26 - Изге Яҙма

26 Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

26 Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләргә был мөмкин түгел, ә Аллаға барыһы ла мөмкин, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 19:26
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Раббының ҡөҙрәтенән килмәҫ эш бармы? Мин әйтелгән ваҡытта, икенсе йыл ошо мәлдә килгәндә, Сараның улы буласаҡ.


Тәпәндә он бөтмәне, көршәктә май кәмемәне. Шул рәүешле Раббының Ильяс аша белдергәне бойомға ашты.


«Беләм: бөтәһе лә Һинең ихтыярҙа; Ниәтеңдән Һине бер нәмә лә туҡтата алмай.


Йә Раббым, ҡалҡ! Ҡотҡара һал, Аллам! Ҡундыр бар дошмандарымдың яңағына; Ҡыра һуҡ бөтә тештәрен яуыздарҙың.


Йәндәре ҡылысҡа юлыҡһын, Сүл бүреләренә ем булһындар.


«Эй Раббы Хаким! Һин, ҡулыңды һуҙып, бөйөк ҡөҙрәтең менән күк үә ерҙе яраттың. Һинең өсөн мөмкин булмаған бер генә нәмә лә юҡ.


– Мин, Раббы, – бөтә йән эйәләренең Аллаһымын! Ҡөҙрәтемдән килмәгән берәй нәмә бармы Минең?


Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Ул көндәр был халыҡтың тере ҡалғандарының күҙендә мөмкин булмаған бер нәмә булып күренһә, Минең өсөн дә мөмкин түгел булып күренерме?» Шулай тип белдерә Күк ғәскәрҙәре Раббыһы.


Раббы Мусаға былай тине: – Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең.


Быны ишеткәс, шәкерттәре бик ныҡ аптыраны. – Улай булғас, кем генә ҡотола алыр һуң? – тип һоранылар.


Шунда Петрус Ғайсаға: – Бына беҙ, бөтә нәмәбеҙҙе ҡалдырып, Һиңә эйәрҙек, – тине. – Бының өсөн беҙгә нимә булыр?


Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине.


Сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ.


– Кешеләр өсөн мөмкин булмаған нәмә Алла өсөн мөмкин, – тине Ғайса.


шунан һуң хаҡ юлдан ситкә тайпылған кешеләрҙе яңынан тәүбәгә килтереү мөмкин түгел, сөнки улар үҙҙәре Алла Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡлап, халыҡ алдында мәсхәрәләйҙәр.


Йонаҫан ҡорал йөрөтөүсеһенә: – Әйҙә, был сөннәтһеҙҙәрҙең ғәскәре торған яҡҡа сығайыҡ, – тине. – Бәлки, Раббы беҙҙең өсөн берәй ғәмәл ҡылыр. Ҡотҡарам тиһә, Раббыға һинең күплегең дә, аҙлығың да ҡамасау түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ