Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 18:28 - Изге Яҙма

28 Хеҙмәтсе иһә, киткәс, үҙенә йөҙ динар бурысы булған бер хеҙмәттәшен осратҡан. Ул уны боғаҙынан алып быуа башлаған. «Бурысыңды түлә!» – тип талап иткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

28 Ләкин был хеҙмәтсе, киткәс, үҙенә йөҙ динар бурысы булған бер хеҙмәттәшен осратҡан. Ул уны боғаҙынан алып быуа башлаған. «Миңә күпме бурысың бар, бөтәһен дә түлә!» – тип талап иткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

28 Хеҙмәтсе иһә, киткәс, үҙенә йөҙ динар бурысы булған бер хеҙмәттәшен осратҡан. Ул уны боғаҙынан алып быуа башлаған. «Бурысыңды түлә!» – тип талап иткән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 18:28
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сит халыҡтар шәмбе йәки башҡа берәй изге көндә һатырға төрлө тауар һәм иген алып килһә, был көндө беҙ уларҙан әйбер һатып алмаҫбыҙ. Һәр етенсе йылда ерҙе эшкәртмәҫбеҙ һәм бер ниндәй бурысты ла кире ҡайтарып алмаҫбыҙ.


Бер аҙ уйлағандан һуң, дәрәжәле кешеләрҙе һәм башлыҡтарҙы ҡаты шелтәләп, әйттем: – Һеҙ үҙ ағай-энеләрегеҙҙән артығын алаһығыҙ, – тинем. Улар арҡаһында мин ҙур йыйын йыйҙым


Хәйерсене рәнйеткән теләнсе – ашлыҡты ағыҙған ҡойма ямғыр ише.


„Беҙ ураҙа тотабыҙ, ниңә Һин быны күрмәйһең? Нәфсебеҙҙе тыябыҙ, Ә Һин иғтибар бирмәйһең?“ – ти улар. Ысынында, һеҙ ураҙа тотҡан көндө Теләгәнегеҙҙе ҡылаһығыҙ; Хеҙмәтселәрегеҙҙең барыһын иҙәһегеҙ.


Раббы Хаким былай ти: «Етер һеҙгә, Исраил хакимдары! Яуызлыҡ ҡылыуҙы һәм иҙеүҙе ташлағыҙ, ғәҙел хөкөм һәм хаҡлыҡ ҡылығыҙ. Халҡымды үҙ тупраҡтарынан ҡыҫырыҡлап сығарыуҙан туҡтағыҙ, – тип белдерә Раббы Хаким. –


Батша, хеҙмәтсене йәлләп, бурысын бәхилләгән һәм уны ебәргән.


Тегеһе уның аяғына йығылып: «Аҙ ғына сабыр итеп тор инде, мин уны ҡайтарып бирермен», – тип ялбарған.


Ялсылар менән көнөнә бер динарҙан килешкәс, хужа уларҙы йөҙөм баҡсаһына ебәргән.


Уны өс йөҙҙән ашыу динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп, ҡатынды әрләй башланы.


– Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тип яуап бирҙе Ғайса. Шәкерттәр: – Уларҙы ашатыр өсөн үҙебеҙ барып ике йөҙ динарлыҡ икмәк һатып алайыҡмы ни? – тип һораны.


Ә икенсе көнөнә, юлға сығырға йыйынғанда, ҡунаҡхана хужаһына ике динар аҡса сығарып биргән дә: «Был кеше тураһында хәстәрлек күр, аҡсаны күберәк тотонорға тура килһә, ҡайтышлай түләрмен», – тигән.


– Ике кеше бер әҙәмгә бурыслы икән: береһенең бирәсәге биш йөҙ динар, ә икенсеһенеке – илле динар.


– Ике йөҙ динарлыҡ икмәк алғанда ла, һәр береһенә өлөшләп кенә бүлеп бирергә лә етмәҫ, – тип яуапланы Филиппус.


Бурыстарҙы кисереү шунан ғибәрәт: кем үҙенең яҡынына бурысҡа биреп торған, шул бурысты ғәфү итһен һәм башҡаса яҡынынан йәки туғанынан бурысты һорамаһын, сөнки әлеге йыл – Раббының бурыстарҙы ғәфү итеү йылы тип иғлан ителде.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ