Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 18:24 - Изге Яҙма

24 Аҡса хисабын асыҡлай башлағас, уның янына ун мең талант бурысы булған бер кешене алып килгәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 Аҡса хисабын асыҡлай башлағас, уның янына ун мең талант бурысы булған бер кешене алып килгәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Аҡса хисабын асыҡлай башлағас, уның янына ун мең талант бурысы булған бер кешене алып килгәндәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 18:24
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Яҡшы, һеҙ әйткәнсә булһын, – тине баш хеҙмәтсе, – тик урланған әйбер кемдә табылһа, шул ҡол булып ҡалыр, ә ҡалғандар азат булыр.


Алла йорто төҙөлөшөнә биш мең талант алтын һәм ун мең драхма алтын, ун мең талант көмөш, ун һигеҙ мең талант баҡыр һәм йөҙ мең талант тимер йыйыла.


әйттем: – Йә Аллам! Һиңә, Аллам, Һиңә табан йөҙөмдө күтәрергә лә оялам, сөнки баштан аяҡ боҙоҡлоҡҡа күмелгәнбеҙ, ғәйебебеҙ күккә ашҡан.


Йөрәгем аяуһыҙ янды, Уйҙарыма ялҡын ҡабынды, Телемдән һүҙҙәр түгелде:


Әгәр ҙә дошманым өҫтөн сығып тантана итмәһә, Мине хуш күреүеңде аңлармын.


Күктәр Батшалығы бына нимәгә оҡшаш: бер батша хеҙмәтселәре менән хисаплашып ҡуйырға ниәтләгән.


Уның түләрлек аҡсаһы булмағас, бурысын ҡайтарыр өсөн, батша уның үҙен дә, ҡатынын да, балаларын да, бөтә мөлкәтен дә һатырға әмер биргән.


Һәр ҡайһыһының һәләтенә ҡарап, береһенә ул биш талант, икенсеһенә ике талант, өсөнсөһөнә бер талант күләмендә аҡса биргән дә үҙе юлға сыҡҡан.


Биш талант алғаны уны шунда уҡ эшкә файҙаланған һәм өҫтәмә биш талант алған.


Биш талант алғаны тағы биште килтергән. «Хужам, – тигән ул, – һин миңә биш талант биргәйнең. Бына, мин тағы биште эшләп алдым».


Ике талант алғаны ла килеп еткән: «Хужам, һин миңә ике талант биргәйнең. Бына, мин тағы ике талант эшләп алдым».


Ниһайәт, бер талант алғаны килгән: «Хужам, һинең аяуһыҙ икәнеңде беләм: үҙең сәсмәгән ерҙә ураһың, үҙең һипмәгән ерҙә йыяһың.


Йәки Шилоах манараһы ауғанда уның аҫтында ҡалып һәләк булған ун һигеҙ кеше Йәрүсәлимдә йәшәгән бөтәһенән дә ғәйеплерәк ине тип уйлайһығыҙмы?


Шунан ул хужаһына бурысы булған кешеләрҙе берәм-берәм саҡырып алған. Тәүгеһенән: «Минең хужама күпме бурысың бар?» – тип һораған.


Шунан икенсеһен саҡырып: «Ә һинең бурысың күпме?» – тип һораған. «Йөҙ тоҡ бойҙай». Идарасы: «Бына бурыс тураһындағы ҡағыҙың. Уны ал да „һикһән тоҡ“ тип яҙ», – тигән.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ