Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 18:15 - Изге Яҙма

15 Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарып алған булырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарған булырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарып алған булырһың.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 18:15
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йә, Раббы, Һиңә ялбарып әйттем: «Һин – минең һыйынысым, Тереләр донъяһында насибым!»


Тәҡүәлек емешенән тормош ағасы үҫеп сыға, аҡыл эйәһе кеше күңелен йәлеп итә.


Туғаныңа ҡарата күңелеңдә нәфрәт йөрөтмә. Яҡыныңдың гонаһтары өсөн яуап тотмаҫ өсөн, уны асыҡтан-асыҡ шелтәлә.


Һеҙҙең күктәге Атағыҙ ҙа шулай: кесе йәндәрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.


Шунан һуң Уның янына Петрус килеп: – Хакимым, туғанымды, әгәр ул миңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, нисә тапҡыр ғәфү итергә тейешмен? Етегә тиклемме? – тип һораны.


Әгәр туғанығыҙҙы ихлас күңелдән ғәфү итмәһәгеҙ, күктәге Атам да һеҙгә ҡарата шулай эшләйәсәк.


Яманлыҡтан еңелмә, ә яманлыҡты яҡшылыҡ менән ең.


Һеҙ имандаштарығыҙға ҡарата ошо рәүешле гонаһ ҡылыуығыҙ һәм уларҙың көсһөҙ выжданын яралауығыҙ менән Мәсихкә ҡарата гонаһ ҡылаһығыҙ.


Мин һеҙгә рәнйетеүсе хаҡына ла, йә рәнйетелгәнде яҡлайым тип тә түгел, ә Алла алдында беҙгә тоғролоғоғоҙҙоң ни тиклем ихлас икәнен күрһәтеү өсөн яҙҙым.


Имандаштар, берәйһе ниндәйҙер гонаһ өҫтөндә тотола икән, һеҙ, кемде Алла Рухы йөрөтә, ипле генә итеп уны төҙәтегеҙ. Әммә, ҡотҡоға бирелмәҫ өсөн, һәр берегеҙ үҙ-үҙен күҙәтһен.


Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Раббы һеҙҙе ғәфү иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ.


Был эштәрҙә имандашығыҙҙы алдамағыҙ һәм уға ҡарата яуызлыҡ ҡылмағыҙ, сөнки Раббы былар өсөн Үҙ язаһын бирәсәк. Беҙ был хаҡта әйткәйнек һәм иҫкәрткәйнек.


Ләкин ул кешене дошман тип иҫәпләмәгеҙ, ә имандашығыҙҙай итеп иҫкәртегеҙ.


Бер-ике тапҡыр иҫкәрткәндән һуң да үҙенең бәхәстәре менән ҡапма-ҡаршылыҡ тыуҙырған кешенән баш тарт.


Ҡатындар, һеҙ ҙә ирҙәрегеҙгә буйһоноғоҙ. Шуның менән, әгәр улар араһында Алла һүҙен ҡабул итергә теләмәүселәр булһа, һеҙҙең саф һәм Аллаға хөрмәт менән йәшәүегеҙҙе күрһәләр, уларҙы иманға килергә һүҙһеҙ ҙә инандырып булыр ине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ