Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 18:14 - Изге Яҙма

14 Һеҙҙең күктәге Атағыҙ ҙа шулай: кесе йәндәрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Һеҙҙең Күктәге Атағыҙ ҙа шулай: түбән заттарҙың береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Һеҙҙең күктәге Атағыҙ ҙа шулай: кесе йәндәрҙең береһенең дә һәләк булыуын теләмәй.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 18:14
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ул, көтөүсе һымаҡ, көтөүен көтөр; Бәрәстәрен, ҡулға алып, ҡуйынында йөрөтөр, Имеҙгән һарыҡтарҙы хәстәрләп әйҙәр.


«Эй ҡылыс, уян! Миңә яҡын булғанға, Миңә хеҙмәт иткән көтөүсегә ҡаршы күтәрел! – Шулай ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Көтөүсене һәләк ит, һарыҡтар таралһын! Шунда Мин ҡулымды бәрәстәргә ҡаршы күтәрермен.


Уны табып алһа, һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, юғалмаған туҡһан туғыҙына ҡарағанда, табылғанына ул нығыраҡ ҡыуаныр.


Әгәр имандашың һиңә ҡаршы гонаһ ҡылһа, барып, ғәйебен үҙенә генә әйт. Тыңлаһа, һин имандашыңды үҙеңә ҡайтарып алған булырһың.


Һеҙҙең яҡтылығығыҙ ҙа кешеләр алдында шулай балҡыһын, һәм шул мәлдә улар яҡшы ғәмәлдәрегеҙҙе күрер ҙә күктәге Атағыҙҙы данлар.


Был хаҡта мәжүсиҙәр баш ҡатыра. Ә күктәге Атағыҙ быларҙың барыһына ла мохтаж икәнегеҙҙе белә.


Һеҙ ошолай тип доға ҡылығыҙ: Күктәге Атабыҙ! Исемең мөҡәддәс булып танылһын.


Эй бәләкәй көтөү, ҡурҡма! Батшалыҡты һеҙгә биреүҙе Атағыҙ яҡшы тип тапты.


Улар менән бергә булған саҡта Мин уларҙы Һинең исемеңдең – Миңә биргән исемеңдең ҡөҙрәте менән һаҡлап тоттом. Мин уларҙы һаҡланым һәм, Изге Яҙмала әйтелгән һүҙҙәр тормошҡа ашһын өсөн, һәләк булырға тейешлеһенән башҡа береһе лә юғалманы.


Улар ҙа ашап туйғас, Ғайса Шимғон Петрустан: – Яхъя улы Шимғон! Һин Мине быларға ҡарағанда нығыраҡ яратаһыңмы? – тип һораны. Петрус: – Эйе, Раббым! Һин миңә ни тиклем яҡын икәнлегеңде беләһең, – тип яуапланы. Ғайса: – Минең бәрәстәремде ашатып тор, – тине


Шуға ла Алла тарафынан һайлап алынғандар хаҡына, улар ҙа Ғайса Мәсихтәге ҡотолоуға мәңгелек дан менән бергә ирешһендәр өсөн, барыһына ла түҙәм.


һәм аҡһаған аяҡтарығыҙ тағы ла нығыраҡ имгәнмәһен, киреһенсә, төҙәлһен өсөн тура юлдан йөрөгөҙ.


Ҡайһы берәүҙәр оҙаҡҡа һуҙылды тип иҫәпләһә лә, Раббы Үҙ вәғәҙәһен үтәүҙе оҙаҡлатмай. Киреһенсә, Ул һеҙгә сабырлыҡ күрһәтә, сөнки бер кемдең дә һәләк булыуын теләмәй, ә бөтә кешенең тәүбәгә килгәнен көтә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ