Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 16:23 - Изге Яҙма

23 Әммә Ғайса Петрусҡа боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине юлдан яҙҙырырға маташаһың, һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Әммә Ғайса Петрға боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине дөрөҫ юлдан яҙҙырырға маташаһың, һиндә Алла уйҙары түгел, ә кешенеке, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Әммә Ғайса Петрусҡа боролоп: – Кит янымдан, Иблис! Һин Мине юлдан яҙҙырырға маташаһың, һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 16:23
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә әҙәмгә Раббы Алла шуны әйтте: «Ҡатыныңдың һүҙен тыңлап, Мин ашама тип тыйған ағастың Емешен ашаған өсөн Тупраҡ һинең арҡаңда ҡәһәрләнде: Ғүмерең буйы яфаланып табасаҡһың ризығыңды.


– Һеҙгә минән ни кәрәк, Серуяһ улдары? Ниңә миңә хөсөтлөк ҡылаһығыҙ? Бөгөн, үҙемдең Исраил батшаһы булғанымды белгән көндө, Исраилда кемдең дә булһа йәне ҡыйылырға тейешме ни? – тине Дауыт.


Исраилдарға ҡарата яман уй ҡороп, шайтан Дауытты Исраил халҡының иҫәбен алырға ҡоторта.


Ул Изге торлаҡ булыр, Ләкин Исраилдың ике батшалығы өсөн Абындырыр таш, һөрөндөрөр ҡая, Йәрүсәлимдә йәшәүселәр өсөн Боғалаҡ һәм тоҙаҡ булыр.


Петрус иһә Уны ситкәрәк алып китеп: – Үҙеңде Алла һаҡлаһын, Хакимым! Һинең менән ундай хәл була күрмәһен! – тип ҡаршы төштө.


Кешеләрҙе гонаһҡа этәргән нәмәләр арҡаһында был донъяға ҡайғы! Аҙҙырыусы нәмәләрҙең килеүе ҡотолғоһоҙ, ләкин улар кем аша килә, шул кешегә ҡайғы!


– Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.


Әммә Ғайса шәкерттәренә боролоп ҡараны ла Петрусты: – Кит янымдан, Иблис! Һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тип тыйып ҡуйҙы.


– Изге Яҙмала: «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған, – тип яуапланы Ғайса.


– Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? – тине Ғайса. – Әммә арағыҙҙағы берәү – Иблис.


Шуға күрә бер-беребеҙҙе хөкөм итеүҙән туҡтайыҡ. Уның урынына әйҙәгеҙ имандаштарыбыҙҙы юлдан яҙҙырырлыҡ һәм гонаһҡа ҡоторторлоҡ бер нәмә лә эшләмәҫкә ҡарар ҡылайыҡ.


Ит ашамауың, шарап эсмәүең, имандашыңдың абыныуына килтерерлек башҡа нәмәләр эшләмәүең яҡшы.


Уларҙың ахыры – һәләкәт, уларҙың аллаһы – ҡорһаҡ, улар оялырға кәрәк булған урында маҡтана. Улар бары тик донъя мәшәҡәттәре тураһында ғына уйлай.


Уйҙарығыҙҙы ерҙәге нәмәләргә түгел, ә күктәге нәмәләргә йүнәлтегеҙ,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ