Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 15:31 - Изге Яҙма

31 Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Исраил Аллаһын данланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

31 Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Израиль Аллаһын данланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Телһеҙҙәрҙең һөйләшеүен, ғәриптәрҙең һауығыуын, аҡһаҡтарҙың атлап китеүен һәм һуҡырҙарҙың күҙҙәре асылыуын күреп, халыҡ таң ҡалды һәм Исраил Аллаһын данланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 15:31
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунда Теге әйтте: – Ошо көндән башлап һинең исемең Яҡуп түгел, ә Исраил булыр, һин Алла менән дә, әҙәм балалары менән дә көрәштең һәм еңдең.


Ошо урында ул ҡорбан усағы эшләп, уны Эл-Элоһе-Исраил тип атаны.


Шунан мин боҙоҡтарға юлыңды өйрәтермен, Гонаһлылар Һиңә кире ҡайтыр.


һәм Исраил Аллаһын күрҙе. Уның аяҡ аҫтында аяҙ күк йөҙө һымаҡ зәңгәр яҡуттай ялтыр баҫмаға оҡшаған нәмә бар ине.


Аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы, ғәриптәрҙе, телһеҙҙәрҙе һәм байтаҡ бүтән сирлеләрҙе алып, Уның янына күмәк халыҡ йыйылып килде. Улар ауырыуҙарҙы Уның аяғы янына һалдылар, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Әгәр ҙә ҡулың йәки аяғың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып алып ташла! Ике ҡуллы, ике аяҡлы булып мәңгелек утҡа ырғытылғанға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ йәки аҡһаҡ килеш инеүең хәйерлерәк.


Алла йортонда Уның янына һуҡырҙар һәм аҡһаҡтар килде, Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы.


Быны ишетеп, Ғайса бик ғәжәпләнде. Артынан эйәреп килгән кешеләргә: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең Исраил халҡы араһында был тиклем көслө иманға эйә булған берәүҙе лә осратҡаным юҡ.


Улар киткәндән һуң Ғайса янына ен эйәләшкән телһеҙ кешене алып килделәр.


Ғайса енде ҡыуып сығарғас, был кешенең теле асылды. Халыҡ быға хайран ҡалып: – Исраилда бындай хәлдең бер ҡасан да булғаны юҡ ине, – тине.


Быны күргән халыҡ ҡурҡыуға ҡалды һәм кешеләргә ошондай вәкәләт биргән Алланы данланы.


Теге барыһының күҙ алдында йәһәт кенә торҙо ла, түшәген алып, сығып китте. Быға бөтәһе лә хайран ҡалды һәм Алланы данлап: – Беҙҙең бындайҙы бер ҡасан да күргәнебеҙ юҡ ине, – тиештеләр.


Кешеләрҙең ғәжәпләнеүҙәренең сиге юҡ ине. – Ул барыһын да яҡшы итеп эшләй: һаңғырауҙарҙы ишеттерә, телһеҙҙәрҙе һөйләштерә! – тине улар.


Әгәр ҙә ҡулың һине гонаһҡа ҡотортһа, уны ҡырҡып ташла! Ике ҡуллы булып йәһәннәмгә, һүнмәҫ утҡа барыуға ҡарағанда, мәңгелек тормошҡа сулаҡ килеш инеүең хәйерлерәк.


Табын йыяһың икән, фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, аҡһаҡтарҙы, һуҡырҙарҙы саҡыр,


Хеҙмәтсе, ҡайтҡас, был хаҡта хужаһына һөйләп биргән. Хужа асыуланған да: «Бар, йәһәт кенә ҡала майҙандарынан һәм тыҡрыҡтарҙан фәҡирҙәрҙе, ғәриптәрҙе, һуҡырҙарҙы һәм аҡһаҡтарҙы йыйып алып ҡайт», – тип хеҙмәтсеһен сығарып ебәргән.


Һуҡыр шунда уҡ күрә башланы һәм, Алланы данлап, Ғайсаға эйәреп китте. Быны күреп торған кешеләрҙең бөтәһе лә Аллаға маҡтау яуҙырҙы.


Бөтәһе лә ҡурҡып ҡалды һәм: – Арабыҙҙан бөйөк пәйғәмбәр сыҡты. Алла Үҙ халҡына ярҙамға килде, – тип Алланы данланы.


Шулай итеп, элек һуҡыр булған кеше икенсе тапҡыр саҡыртылды. Башлыҡтар уға: – Алла алдында дөрөҫөн әйт! Һин әйткән кешенең гонаһлы икәнен беләбеҙ, – тинеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ