32 Улар кәмәгә ултырғас, ел баҫылды.
Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?
Кәмәләгеләр Ғайсаға баш эйеп: – Һин ысынлап та Алла Улы! – тинеләр.
Шәкерттәр иһә, бик ныҡ ҡурҡып, бер-береһенә: – Кем һуң Ул? Уға ел дә, тулҡындар ҙа буйһона! – тиештеләр.
Яндарына кәмәгә инеп ултырҙы. Ел шунда уҡ баҫылды. Шәкерттәр быға тағы ла нығыраҡ ғәжәпләнде.
Шәкерттәре Уны кәмәгә ултыртырға теләгәйне, тап ошо мәлдә кәмә улар китеп барған ярҙа булып сыҡты.