Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 14:31 - Изге Яҙма

31 Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

31 Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

31 Ғайса, шунда уҡ ҡулын һуҙып, уны эләктереп алды: – Эй, иманы аҙ! Ниңә икеләнеп ҡалдың?

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 14:31
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Был урынды Ибраһим Йәһүә-Йире тип атаны. «Раббы тауында хәстәрләнер», – тигән әйтем шунан ҡалған.


Ҡайҙа китәйем Рухыңдан, Ҡайҙа ҡасып була хозурыңдан?


Үҙенең ҡеүәтле көсө менән Мусаны уң ҡулынан етәкләп алып барған, Үҙенә мәңгелек исем ҡаҙаныр өсөн Алдарында һыуҙарҙы икегә айырған Зат ҡайҙа?


Ләкин, елдең көслө булыуын тойоп, ҡапыл ҡото осто һәм бата башланы. – Хакимым, ҡотҡар мине! – тип ҡысҡырып ебәрҙе ул.


Улар кәмәгә ултырғас, ел баҫылды.


Ғайса быны белеп: – Имандары аҙҙар! Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ?


– Иманығыҙ аҙ булған өсөн, – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, тау күсәсәк. Һеҙҙең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә булмаҫ ине.


Әгәр Алла бөгөн яланда үҫеп ултырған, ә иртәгә мейескә ташланасаҡ үләнде шулай кейендерә икән, һеҙҙе нисек кейендермәһен ти инде, эй иманы аҙҙар?


– Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты.


Ғайса сирле янына килде, ҡулынан тотоп, торорға ярҙам итте. Ҡатындың тәне яныуҙан туҡтаны. Ул уларға табын әҙерләй башланы.


Ғайса уны йәлләне, ҡулын һуҙып уға ҡағылды ла: – Эйе, теләйем, таҙарын! – тине.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә кемдер бынау тауға: «Күтәрелеп, диңгеҙгә ташлан!» – тип әйтһә һәм күңеленән һүҙенең үтәләсәгенә икеләнеүһеҙ ышанһа, теләге бойомға ашасаҡ.


Һеҙ Уның шәкерттәренә һәм Петрусҡа барып: «Ул һеҙҙән алда Галилеяға бара. Үҙе әйткәнсә, Уны шунда күрерһегеҙ», – тип әйтегеҙ.


– Ниңә улай ҡотоғоҙ осто? Әле һаман иманығыҙ юҡмы ни? – тине Ғайса.


Баланың ҡулынан тотоп: – Талиҫа, кум! – тине. Бының тәржемәһе: «Ҡыҙыҡай, һиңә әйтәм, тор!»


Барыһы ла: – Раббы Ғайса, ысынлап та, терелгән һәм Шимғонға күренгән, – тиҙәр ине.


Ҡулыңды һуҙ һәм Изге Хеҙмәтсең Ғайса исеме менән һауыҡтыр, хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрһәт.


Үҙ халҡының хәлһеҙләнгәнен, Әсирҙән дә, азаттан да һис кем ҡалмағанын күргәс, Раббы уларҙы ҡыҙғаныр, Үҙенең ҡолдарын яҡлар.


Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.


Заман аҙағында асылырға әҙер торған ҡотолоу өсөн Алла һеҙҙе иманығыҙ аша Үҙенең ҡөҙрәте менән һаҡлап тора.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ