Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 13:23 - Изге Яҙма

23 Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

23 Ә уңдырышлы ергә сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде, һәм кемдеңдер уңышы йөҙләтә, кемеһенекелер алтмышлата йә утыҙлата була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

23 Уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне иһә шуны аңлата: кеше, һүҙҙе ишетеп, уны аңлай; тап ана шул емеш бирә лә инде. Уның уңышы йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата була.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 13:23
43 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡылған бөтә гонаһтарығыҙҙы ташлағыҙ. Үҙегеҙ өсөн яңы йөрәк, яңы рух булдырығыҙ! Ни өсөн һеҙгә үлергә, эй Исраил нәҫеле?


Һеҙгә яңы йөрәк бирермен, булмышығыҙға яңы рух иңдерермен. Тәнегеҙҙән таш йөрәкте сығарып, һеҙгә тере йөрәк бирермен.


Яҡшы емеш бирһен өсөн, ағастың яҡшы булыуы кәрәк. Әгәр ағас насар икән, емеше лә насар булыр. Ағас емешенә ҡарап беленә.


Ә бәғзеләре иһә уңдырышлы ергә төшкән һәм йөҙләтә, алтмышлата йә утыҙлата күберәк уңыш биргән.


Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр.


Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ!


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк.


Ә уңдырышлы тупраҡҡа сәселгәне шуны аңлата: кешеләр, һүҙҙе ишетеп, уны ҡабул итә. Ул утыҙлата, алтмышлата йә йөҙләтә уңыш килтерә.


Алдағы йылда емеш бирмәҫме икән? Бирмәһә, ул саҡта ҡырҡып ташларһың».


Ә уңдырышлы тупраҡҡа төшкән орлоҡ шуны аңлата: кешеләр һүҙҙе ишетеп, уны ихлас һәм саф күңел менән һаҡлай. Ундайҙар, сабырлыҡ күрһәтеп, уңыш килтерә.


Ә инде башҡа орлоҡтар уңдырышлы ергә төшөп шытҡан һәм йөҙләтә күберәк уңыш биргән. Ошоларҙы һөйләп бөткәс, Ғайса: – Ҡолаҡтары барҙар ишетһен! – тип ҡысҡырҙы.


Мине һеҙ һайламанығыҙ, ә Мин һеҙҙе һайлап алдым; емеш килтерегеҙ һәм емешегеҙ һәр ваҡыт булып торһон тип, һеҙҙе Мин тәғәйенләп ҡуйҙым. Шулай итеп, Минең исемемдән Атанан нимә генә һораһағыҙ ҙа, Ул һеҙгә бирер.


Кем – Алланан, шул Уның һүҙен тыңлар; ә һеҙ, Алланан булмағанға күрә, тыңламайһығыҙ.


Араларында Түәтейра ҡалаһынан килгән, ҡуйы-ҡыҙыл төҫтәге ҡыйбатлы туҡымалар һатҡан Лидиә исемле бер ҡатын бар ине. Аллаға хөрмәт күрһәтеп йәшәгән был ҡатын Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе аңлаһын тип, Раббы уның йөрәген асты.


Бындағы кешеләр Тессалонике ҡалаһындағыларға ҡарағанда инсафлыраҡ ине. Улар Алла һүҙен бик теләп ҡабул итте һәм һәр көн Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙең дөрөҫлөккә тап киләме икәнен тикшерер өсөн Изге Яҙманы өйрәнде.


Сәсеүсегә орлоҡ һәм кешеләргә туҡланырға икмәк Биреүсе һеҙҙе орлоҡ менән тәьмин итеп уны ишәйтер һәм изгелек емештәрегеҙҙе мул итеп үҫтерер.


Алланы данлау һәм маҡтау өсөн Ғайса Мәсих аша килгән хаҡлыҡ емештәрен мул килтерһен, тип доға ҡылам.


Быны мин бүләк өмөт иткәндән әйтмәйем, ә Алла алдында табыштарығыҙҙың һеҙҙең файҙаға ишәйеүен генә теләйем.


Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, Раббыға лайыҡлы йәшәүегеҙҙе һәм эштәрегеҙ менән Уға хуш килерлек булыуығыҙҙы теләп доға ҡылабыҙ.


Һеҙгә килеп еткән Һөйөнөслө Хәбәр, һеҙ уны ишетеп, Алла мәрхәмәте тураһындағы хәҡиҡәтте аңлаған көнөгөҙҙән башланғандағы кеүек, бөтә донъяла тарала бара һәм уңышҡа өлгәшә.


Ниһайәт, имандаштар, Аллаға ҡулай булһын өсөн, нисек йәшәргә кәрәклеген беҙҙән өйрәндегеҙ. Һеҙ шулай йәшәйһегеҙ, әммә беҙ Раббы Ғайса хаҡына тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға өлгәшеүегеҙҙе үтенеп һорайбыҙ,


төрлө яуыз ялғандар файҙаланыр. Ул быларҙы үҙҙәрен ҡотҡара алырлыҡ хәҡиҡәтте яратыуҙан ваз кисеп, кире ҡағыу арҡаһында һәләкәткә дусар ителгәндәргә ҡарата ҡулланыр.


Был кешеләргә еткерелгән һымаҡ уҡ, Һөйөнөслө Хәбәр беҙгә лә бирелде, әммә уларға Хәбәрҙең файҙаһы теймәне, сөнки улар Хәбәрҙе тыңлаған кешеләр кеүек уны ышанып ҡабул итмәне.


Күп тапҡыр ямғыр яуып, дымды үҙенә һеңдергән ер үҙен эшкәрткән кешегә уңыш бирһә, Алла фатихаһын ала.


Исраил халҡы менән Мин ул көндәрҙән һуң төҙөйәсәк килешеү былай булыр, – ти Раббы. – Үҙ ҡанундарымды Мин уларҙың зиһендәренә һалырмын, күңелдәренә яҙып ҡуйырмын. Мин – уларҙың Аллаһы, ә улар Минең халҡым булыр.


Раббыбыҙ һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсих мәрхәмәтендә һәм Уны танып белеүҙә даими үҫегеҙ. Уға хәҙер һәм мәңгелек көнөндә лә дан булһын! Амин.


Беҙ Алланың Улы килгәнен һәм хаҡ Алланы таныр өсөн беҙгә аң биргәнен дә беләбеҙ. Һәм беҙ – хаҡ Аллала, Уның Улы Ғайса Мәсихтә. Ул – хаҡ Алла һәм мәңгелек тормош.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ