Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 12:46 - Изге Яҙма

46 Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

46 Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

46 Ғайса халыҡҡа һөйләгән саҡта Уның әсәһе һәм ҡустылары килде. Ғайса менән һөйләшергә теләп, улар тышта тора ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 12:46
26 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана.


Кемдер берәү Ғайсаға: – Ана, әсәйең менән ҡустыларың тышта тора. Улар Һинең менән һөйләшергә теләй, – тине.


Ул балта оҫтаһының улы түгелме ни? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуп, Йософ, Шимғон һәм Йәһүҙә лә баһа?


Өйгә ингәс, улар Баланы һәм Уның әсәһе Мәрйәмде күрҙе. Балаға сәждә ҡылып, Уға хөрмәт күрһәттеләр. Шунан, хазина ҡумталарын асып, Уға алтын, шулай уҡ ладан һәм мирра тигән хуш еҫле ыҫмалалар бүләк иттеләр.


– Тор, Бала менән Уның әсәһен алып, Исраил еренә ҡайт. Баланың ғүмеренә ҡул һуҙыусылар үлде инде, – тине.


Бер кем дә иҫке кейемгә яңы туҡыманан ямау һалмай. Юғиһә, яңы ямаулыҡ ултырып, иҫке кейемде йыртып ебәрер ҙә, тишек тағы ла нығыраҡ ҙурайыр.


Ул балта оҫтаһы түгелме һуң? Мәрйәмдең улы, Яҡуптың, Йосестың, Йәһүҙәнең һәм Шимғондоң ағаһы түгелме? Уның һеңлеләре лә бында, беҙҙең арабыҙҙа түгелме ни? – тиешеп, Уны инҡар иттеләр.


Ҡайҙан килә миңә бындай хөрмәт – Хакимымдың әсәһе үҙе яныма килгән!


Ғайсаның атаһы менән әсәһе Шимғондың Бала тураһында әйткән һүҙҙәренән ғәжәпкә ҡалды.


Шимғон, уларҙы фатихалап, Баланың әсәһе Мәрйәмгә: – Был Бала Исраилда күптәрҙең түбән төшөүенә һәм күтәрелеүенә сәбәп булыр һәм Алланан бирелгән илаһи билдә булып торор. Был билдәне күптәр кире ҡағыр,


Атаһы менән әсәһе Уны күреп бик аптыраны. – Улым! – тине әсәһе. – Ни өсөн беҙҙең менән улай иттең? Атайың менән борсолоп, һине эҙләп бөттөк.


Ғайса улар менән бергә Назараға ҡайтты һәм бар нәмәлә уларҙы тыңланы. Ә Мәрйәм быларҙың бөтәһен дә йөрәгендә һаҡланы.


Ғайса былай тип яуап бирҙе: – Һеҙгә Алла Батшалығының серҙәрен белеү бирелгән, ә башҡаларға, улар, «ҡарап та, күрмәһендәр, тыңлап та, аңламаһындар» өсөн, ул ҡиссалар аша еткерелә.


Ғайса ҡаҙаҡланған арҡысаҡ янында Уның әсәһе, әсәһенең һеңлеһе, Клопастың ҡатыны Мәрйәм һәм Магдала ҡалаһынан Мәрйәм баҫып торалар ине.


Ике көндән һуң Галилея өлкәһенең Кана ҡалаһында туй булды. Унда Ғайсаның әсәһе лә ҡатнашты.


Бынан һуң Ул әсәһе, ҡустылары һәм шәкерттәре менән бергә Капернаум ҡалаһына китте. Унда улар бер нисә көнгә туҡталды.


– Ул нимә әйтһә, шуны эшләгеҙ, – тине әсәһе хеҙмәтселәргә.


Әммә ҡустылары киткәс, һис кемгә белдермәйенсә, йәшерен рәүештә Ғайса ла байрамға китте.


ҡустылары Уға: – Был ерҙән кит, Йәһүҙиәгә бар! Эштәреңде шәкерттәрең дә күрһен.


Уға хатта ҡустылары ла ышанмай ине.


Улар һәр ваҡыт берҙәм булып доға ҡылды. Бер нисә ҡатын менән Ғайсаның әсәһе Мәрйәм дә, ҡустылары ла улар менән булды.


Йә башҡа илселәр, Раббының ҡустылары һәм Кефас кеүек, иман юлындағы ҡатыныбыҙҙы сәйәхәткә алырға хаҡыбыҙ юҡмы?


Әммә Раббының бер туған ҡустыһы Яҡуптан башҡа бер илсене лә күрмәнем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ