Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 12:42 - Изге Яҙма

42 Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

42 Ҡиәмәт көнөндә көньяҡ батшабикәһе лә, ошо быуын кешеләре менән бер рәттән тороп, уларҙы хөкөм итәсәк, сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Алдығыҙҙағы – Сөләймәндән бөйөгөрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

42 Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 12:42
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Сөләймәндең зиһененә Алла иңдергән аҡылды тыңлар өсөн бөтә донъя уны күрергә атлығып тора ине.


Шуға күрә теләгеңде үтәйем: һиңә зирәк зиһен һәм аңлау ҡеүәһе бирәм. Һиндәй аҡыллының быға тиклем дә булғаны юҡ, бынан һуң да булмаҫ.


Батшаның хөкөмөн ишетеп, бөтә исраилдар хайран ҡалды. Ошо хәлдән һуң халыҡ батшаға ҡурҡыу ҡатыш хөрмәт менән ҡарай башланы, сөнки хөкөм ҡылыу өсөн Алланан уға ниндәй зирәк зиһен бирелгәнен күрҙеләр.


Шуға күрә миңә яҡшы менән яманды айырырлыҡ, халҡыңа ғәҙел хөкөм ҡылырлыҡ аҡыл бирһәң ине. Юғиһә Һинең ошо тиклем күмәк халҡыңа идара итеү кемдең ҡулынан килһен?


Алла Сөләймәнгә диңгеҙ ярындағы ҡом шикелле икһеҙ-сикһеҙ зирәклек, тәрән аҡыл һәм күп белем бирҙе.


Донъялағы бөтә батшалар, Сөләймәндең зирәклеген ишетеп, уның аҡыллы һүҙҙәрен тыңларға кешеләр ебәрә торған булды.


Раббы, Үҙенең вәғәҙәһенә тоғро ҡалып, Сөләймәнгә зирәк аҡыл бирҙе. Хирам менән Сөләймән үҙ-ара килешеү төҙөнө һәм бик татыу йәшәне.


Шуға күрә бөйөк Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына йәш ҡатын ауырға ҡалып, бер улан табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр.


Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк.


Һеҙгә әйтәм: бында Алла йортона ҡарағанда бөйөгөрәге бар.


Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.


Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.


Һүҙ Кеше булды ла арабыҙҙа йәшәне. Беҙ Уның шөһрәтен – Атаның берҙән-бер Улында булған шөһрәтен күрҙек. Ул мәрхәмәт һәм хәҡиҡәт менән тулы ине.


Алланы бер кем дә, бер ҡасан да күрмәгән. Уны беҙгә Атаға һыйынған берҙән-бер Улы асып бирҙе.


«Берәйһе, диңгеҙ аръяғына барып, ул бойороҡто алып килһен дә уҡып ишеттерһен ине, беҙ уны үтәр инек», – тип әйтер инегеҙ, ул диңгеҙ аръяғында ла түгел.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ