Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 12:41 - Изге Яҙма

41 Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

41 Ниневия кешеләре уларҙы ҡиәмәт көнөндә был заман кешеләре менән бер рәттән тороп хөкөм итәсәк, сөнки улар Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлап, тәүбәгә килгән. Ә Алдығыҙҙағы – Юныстан бөйөгөрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

41 Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 12:41
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ; Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде Үҙең ғәйеплегә сығарырһың. Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул: Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы.


Раббы миңә: – Хыянатсыл Исраил хаин Йәһүҙәгә ҡарағанда тоғрораҡ булып сыҡты, – тине. –


– Бар, юлға сыҡ! Бөйөк Ниневе ҡалаһына бар ҙа уның халҡын фашла, сөнки уларҙың яуызлыҡтары хаҡында хәбәр Миңә килеп етте.


Көнө буйы: «Тағы ҡырҡ көндән Ниневенең аҫты-өҫкә әйләнәсәк!» – тип ҡысҡырып, Юныс ҡала буйлап йөрөй башланы.


Ғайса уларға былай тип яуап бирҙе: – Был замандың яуыз һәм Аллаға иманы булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк.


Көньяҡ батшабикәһе, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ул Сөләймән батшаның аҡыллы һүҙҙәрен тыңлау өсөн ер сигенән килгән булған. Ә Бындағы – Сөләймәндән дә бөйөгөрәк.


Бынан һуң ул үҙенән дә яуызыраҡ ете рухты эйәртеп ҡайтып, шунда йәшәй башлайҙар. Ахырҙа, әлеге кешенең хәле баштағыға ҡарағанда ла нығыраҡ насарая. Был яуыз быуын менән дә шулай булыр.


Һеҙгә әйтәм: бында Алла йортона ҡарағанда бөйөгөрәге бар.


Был замандың яуыз һәм Аллаға иманы булмаған кешеләре илаһи билдә талап итә, әммә уларға Юныс пәйғәмбәрҙең билдәһенән башҡа билдә бирелмәйәсәк, – тип яуап ҡайтарҙы. Шунан һуң Ғайса уларҙы ҡалдырып китеп барҙы.


– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Малайҙы Минең яныма алып килегеҙ! – тине Ғайса.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың һәммәһе ошо быуын кешеләренә төшәсәк!


Ниневе кешеләре, ҡиәмәт көнөндә тороп, был заман кешеләрен хөкөм итер. Сөнки ниневеләр Юныс пәйғәмбәрҙең вәғәзен тыңлағандан һуң тәүбәгә килгән. Ә Бындағы – Юныстан да бөйөгөрәк.


Юғарынан Килеүсе һәр кемдән өҫтөн. Ерҙә тыуған иһә – ерҙеке, уның һүҙе лә ерҙәгесә. Күктән Килгән иһә һәммәһенән өҫтөн.


Был ҡоҙоҡто беҙгә атабыҙ Яҡуп ҡалдырған. Ул үҙе лә, балалары ла, мал-тыуары ла шунан эскән. Һин Яҡуптан бөйөгөрәкме ни?


Шулай итеп, тән сөннәте үтмәһә лә, ҡанун талаптарын үтәгән кеше, һине – яҙылған ҡанунға һәм сөннәткә эйә кешене – ҡанунды боҙған өсөн хөкөм итер.


Нух иман аша, әле күрергә мөмкин булмаған нәмәләр тураһында Алланан иҫкәртеү алып, Уға буйһоноп, үҙ йортондағыларҙы ҡотҡарыу өсөн кәмә төҙөгән. Иманы аша ул бөтә донъяны хөкөм иткән һәм иман арҡылы килә торған хаҡлыҡты алған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ