Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 12:32 - Изге Яҙма

32 Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән кеше ғәфү ителер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйткәне хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә ғәфү ителмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

32 Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйтеүсе кисерелер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйтеүсе хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә кисерелмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

32 Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән кеше ғәфү ителер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы һүҙ әйткәне хәҙерге заманда ла, киләсәктә лә ғәфү ителмәҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 12:32
35 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллаһыҙҙар асыуҙарын күңелендә һаҡлай, Үҙҙәрен язалағанда ла Алланан ярҙам һорамай.


Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә улар: «Бына ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – ти. Әммә Алла аҡылының хаҡлығы ҡылған эштәренән күренә.


Шуға күрә һеҙгә әйтәм: кешеләрҙең һәр гонаһы, һәр көфөр һүҙе ғәфү ителер, әммә Алла Рухына ҡарата көфөр ҡылыу ғәфү ителмәҫ.


Сөнки Әҙәм Улы – шәмбе көнөнөң хужаһы.


Сәнскәк араһына сәселгәне шуны аңлата: кеше һүҙҙе ишетә, әммә донъя мәшәҡәттәре, байлыҡҡа ҡыҙығыу һүҙҙе баҫып китә һәм ул уңыш бирмәй.


һәм уны сәсеүсе дошман – Иблис. Ураҡ өҫтө – донъяның ахыры ул, ә ураҡсылар – фәрештәләр.


Ҡый үләнен йыйып утта яндырған кеүек, донъя бөткәндә лә шулай буласаҡ:


Ул балта оҫтаһының улы түгелме ни? Уның әсәһе – Мәрйәм, ҡустылары – Яҡуп, Йософ, Шимғон һәм Йәһүҙә лә баһа?


– Төлкөләрҙең – өңдәре, ҡоштарҙың оялары бар, ә Әҙәм Улының башын терәр урыны юҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса.


был тормошта йөҙ тапҡырға күберәк йорттар, ағай-эне, апай-һеңле, әсәйҙәр, балалар, баҫыуҙар алыр, тик быға өҫтәп эҙәрлекләүҙәр ҙә алыр. Ә киләсәк донъяла мәңгелек тормошҡа эйә булырҙар.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кешеләрҙең гонаһтары ла, көфөр һүҙҙәре лә – бөтәһе лә ғәфү ителер.


Әммә кемдер Изге Рухҡа ҡаршы көфөр әйтһә, мәңге ғәфү ителмәҫ, был гонаһ өсөн ул мәңге ғәйепле булыр.


Әҙәм Улына ҡаршы һүҙ әйткән һәр кем ғәфү ителер, әммә Изге Рухҡа ҡаршы көфөр һүҙ һөйләүсе ғәфү ителмәҫ.


Хужа намыҫһыҙ идарасыны отҡорлоғо өсөн маҡтаған. Сөнки был донъя кешеләре үҙ-ара эш иткәндә яҡтылыҡ кешеләренә ҡарағанда отҡорораҡ.


был донъяла күп тапҡырға артығыраҡ алыр, ә инде киләсәк донъяла ул мәңгелек тормошҡа эйә булыр.


Ғайса: – Атам! Уларҙы ярлыҡа, сөнки нимә эшләгәндәрен үҙҙәре лә аңламайҙар! – тине. Ғәскәриҙәр йәрәбә һалып, үҙ-ара Уның кейемдәрен бүлешеп алдылар.


Әҙәм Улы килде, һәр береһе кеүек ашай ҙа, эсә лә, ә һеҙ: «Бына, ҡарағыҙ, Ул ашамһаҡ, эскесе, һалым йыйыусылар менән гонаһ ҡылыусыларҙың дуҫы!» – тиһегеҙ.


Халыҡ араһында Уның хаҡта һүҙ күп ине. Берәүҙәр: «Ул – яҡшы Кеше», – тине, икенселәр: «Юҡ, Ул халыҡты юлдан яҙҙыра», – тип ҡаршы төштө.


Ул быны Үҙенә инанғандар аласаҡ Рух хаҡында әйтте. Был ваҡытта уларға Изге Рух бирелмәгәйне, сөнки Ғайса шөһрәт алмағайны әле.


Уға: – Әллә һин дә Галилеянанмы? Яҙмаларҙы тикшереп ҡара, аңларһың: Галилеянан бер ниндәй ҙә пәйғәмбәр сыҡмаясаҡ, – тип яуап бирҙеләр.


Ә һеҙ, гонаһтарығыҙ юйылһын өсөн, тәүбә итегеҙ һәм Аллаға табан боролоғоҙ.


Мәсих унда бөтөн етәкселәрҙән дә, хакимдарҙан, ҡеүәттәрҙән, һәр төрлө көстәрҙән дә өҫтөнөрәк, Уның исеме һәр төрлө атаҡлы исемдәр менән аталғандарҙан да был донъяла ғына түгел, киләсәк донъяла ла юғарыраҡ.


Ғайса Мәсих донъяға гонаһлыларҙы ҡотҡарырға килде, тигән һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ, ундай гонаһлылар араһында мин иң гонаһлыһымын.


Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә.


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


сөнки Демас, был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап, Тессалоникеға юлланды, Крескес – Галатияға, Титус Далматиәгә китте,


Был мәрхәмәт, аллаһыҙлыҡты һәм донъяуи нәфселәрҙе кире ҡағып, беҙҙе был донъяла тотанаҡлы, ғәҙел булырға һәм Аллаға ихлас табынырға өйрәтә.


Атабыҙ Алла ҡаршыһында саф, тапланмаған диндарлыҡ – бәләгә тарыған етемдәр менән тол ҡатындар хаҡында хәстәрлек күреү һәм үҙеңде был донъяның боҙоҡлоғонан һаҡлау ул.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ