21 Ҡәүемдәр Уның исеменә өмөт бағлар».
21 Халыҡтар уның исеменә өмөт бағлар».
Ул көн Ишай тамырынан үҫеп сыҡҡан һабаҡ Халыҡтар өсөн байраҡ буласаҡ. Ҡәүемдәр уны эҙләп киләсәк, Уның торлағы данлы буласаҡ.
Ер йөҙөндә ғәҙеллек урынлаштырғанға тиклем Һүнмәҫ тә, һынмаҫ та ул. Алыҫ ярҙар уның нәсихәтен көтә».
Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырғас, ул һөйләшә һәм күрә башланы.
Алла уларға был серҙең ни тиклем бай һәм бөйөк булыуын бөтә халыҡтар араһында белдерергә теләне. Сер шунда: Мәсих – һеҙҙә, Ул – Алла шөһрәтен уртаҡлашыуға өмөтөгөҙ!