30 Минең ҡамытым уңайлы, йөгөм еңел!
30 Минең ҡамытым уңайлы һәм йөгөм еңел!
Уның юлдары – шатлыҡ юлдары, һуҡмаҡтары имен-аман булыр.
Эй кеше, нимә яҡшы икәнен Раббы һиңә белдерҙе: Раббы һинән талап иткән нәмә – Ғәҙеллек ҡыл, мөхәббәтле булыуҙан ләззәт ал, Алла хозурында күндәм йәшә.
Бер мәл, шәмбе көндө, Ғайса иген баҫыуҙары аша үтеп бара ине. Асыҡҡан шәкерттәре башаҡ өҙөп ашай башланы.
Мин быны һеҙ Миндә тыныслыҡ тапһын өсөн әйттем. Донъяла һеҙ күп ҡайғылар кисерерһегеҙ, ләкин ҡыйыу булығыҙ: Мин донъяны еңдем!
Шулай булғас, аталарыбыҙ ҙа, беҙ үҙебеҙ ҙә күтәрә алмаған йөктө шәкерттәр иңенә һалып, ни өсөн һеҙ хәҙер Алланы һынайһығыҙ?
Изге Рух ихтыяры менән беҙ һеҙҙе түбәндәге талаптарҙан башҡа бер нәмә менән дә борсомаҫҡа ҡарар иттек:
Үтеп китә торған еңелсә ғазап кисереүебеҙ сиктән тыш ҙур һәм хайран ҡалырлыҡ мәңгелек дан килтерер.
Мәсих беҙҙе ирекле булыр өсөн азат итте, шуға күрә ныҡ булығыҙ, үҙегеҙҙе ҡабаттан ҡоллоҡ ҡалыбына дусар итмәгеҙ.
Тик һеҙҙең менән Рух етәкселек итә икән, ҡанун аҫтында түгелһегеҙ.
Мин үҙемә ҡеүәт биреүсе Ғайса Мәсихтә барыһын да булдыра алам.
Алланы яратыуыбыҙ – Уның бойороҡтарын үтәүебеҙ ул. Ә Уның бойороҡтары ауыр түгел,