Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 10:15 - Изге Яҙма

15 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содом менән Ғамораның хәле ул ҡаланың хәленән еңелерәк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

15 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә ул ҡалаға ҡарағанда Содом менән Гоморра еренә еңелерәк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: ҡиәмәт көнөндә Содом менән Ғамораның хәле ул ҡаланың хәленән еңелерәк булыр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 10:15
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә әйтәм: әйтелгән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күк менән ер юҡҡа сыҡһа ла, яҙылғандың барыһы ла ғәмәлгә ашмайынса, ҡанундың бәләкәй генә хәрефе лә, хәрефтең бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаҫ.


Ҡиәмәт көнөндә Миңә күптәр: «Хакимым! Раббым! Беҙ Һинең исемеңдән пәйғәмбәрлек итмәнекме ни? Һинең исемеңде әйтеп ендәрҙе ҡыуып сығарманыҡмы ни? Һинең исемең менән ҡөҙрәтле күп эштәр ҡылманыҡмы ни?» – тип әйтерҙәр.


Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр, әйткәнегеҙҙе тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Мине кире ҡағып, һүҙемде ҡабул итмәгән кешенең үҙ хөкөмсөһө бар: уны ҡиәмәт көнөндә Мин әйткән һүҙ хөкөм итәсәк.


Ә Мине Ебәргәндең ихтыяры шул: Ул Миңә биргән кешеләрҙең береһен дә һәләк итмәйенсә, аҙаҡҡы көндә барыһын да терелтергә тейешмен.


Атам Улын күргән һәм Улына инанған һәр кемдең мәңгелек тормошҡа эйә булыуын теләй. Мин ундай кешеләрҙе аҙаҡҡы көндә терелтәсәкмен.


Алла бар ғаләмдәге ғәҙел хөкөм итеү көнөн билдәләне бит. Хөкөм итәсәк Затты ла һайлап ҡуйҙы инде. Алла, ул Затты үленән терелтеп, бының ысынлығын һәр кемгә иҫбат итте, – тине Паулус.


һәр береһенең эше асыҡ күренеп торасаҡ, уны хөкөм көнө белдерәсәк. Был көн ут менән асыласаҡ, ә ут инде һәр кемдең эш сифатын һынаясаҡ.


Әммә һеҙ ҡараңғылыҡта түгел, имандаш туғандар, был көн һеҙгә көтмәгәндә баҫып ингән ҡараҡ һымаҡ килмәйәсәк.


Ҡайһы берәүҙәр кеүек, ғибәҙәт ҡылыу өсөн бергә йыйылыуҙан баш тартмайыҡ, киреһенсә, бер-беребеҙҙе тағы ла нығыраҡ ҡеүәтләп торайыҡ, сөнки Раббы көнөнөң яҡынлашыуын күрәбеҙ бит.


Шулай итеп Содом, Ғамора ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булырын һабаҡ рәүешендә киҫәткән.


Шулай итеп, Раббы Үҙенә тоғроларҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә ғәҙелһеҙҙәрҙе хөкөм көнөндә биреләсәк язаға нисек һаҡларға икәнен белә.


Ә шул уҡ һүҙ менән хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, хөкөм көнөнәсә һаҡланып тора. Шул көндә аллаһыҙҙар ҙа юҡ ителәсәк.


Мөхәббәт беҙҙең арала камиллыҡҡа етте, шуға күрә ҡиәмәт көнөн беҙ ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ.


Һәм дә үҙҙәренә бирелгән хакимлыҡты һаҡламаған, торлаҡтарын ташлап киткән фәрештәләрҙе лә Ул бөйөк көндә хөкөм итеү өсөн, мәңгелек бығауҙарға быуып, дөм ҡараңғыла һаҡ аҫтында тота.


Ошо фәрештәләр кеүек, фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Ғамора һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ