Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Матфей 1:20 - Изге Яҙма

20 Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Йософ, Дауыт улы! Мәрйәмде кәләш итеп алыуҙан ҡурҡма, – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20 Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Дауыт нәҫеленән булған Йософ, Мәрйәмде кәләш итеп алырға ҡурҡма! – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Ошо турала уйлағандан һуң, төшөнә Раббы фәрештәһе инә. – Йософ, Дауыт улы! Мәрйәмде кәләш итеп алыуҙан ҡурҡма, – ти ул. – Уның ҡарынындағы Бала Изге Рухтан яралды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Матфей 1:20
38 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Алланың фәрештәһе миңә төшөмдә: «Яҡуп», – тип өндәште. «Эйе», – тинем мин.


Алла былай тине: – Мин Алла, атайың Аллаһымын. Ҡурҡма, күс Мысырға: унда Мин һинән бөйөк халыҡ бар ҡылырмын.


– Ҡурҡма, – тине Ильяс уға. – Бар, уйлағаныңды эшлә. Тик иң элек миңә бәләкәс кенә көлсә бешереп алып кил. Улың менән үҙеңә һуңыраҡ бешерерһең.


Ғивғонда сағында Алла Раббы төндә Сөләймәндең төшөнә инеп: – Минән теләгәнеңде һора, – тине.


Ауыҙҙары туҡтауһыҙ алдаҡ түгә, Уң ҡулдарын күтәреп, ялған ант итә улар.


Тәҡүәнең маҡсаты – ғәҙеллек, яман әҙәмдең кәңәше – мәкер.


Һин, Раббы, рухы ныҡ булғандарға Камил именлек бирерһең, Сөнки улар Һиңә өмөт бағлай.


Уңға йәки һулға тайшанғанда артығыҙҙан: «Юл бында, ошо юлдан барығыҙ», – тигән тауышты ишетерһегеҙ.


Тыңлағыҙ Мине, хаҡлыҡты белеүселәр, Ҡарар-ҡанунымды йөрәгендә йөрөткән халыҡ! Кешеләрҙең хурлауынан ҡурҡмағыҙ, Мәсхәрәләренән хафаға ҡалмағыҙ.


Шунан һуң Ишағыяһ: – Тыңла, эй Дауыт нәҫеле! – тине. – Кешеләрҙең сабырлығын һынауың етмәгән, инде минең Алламдың сабырлығын һынайһыңмы?


Дауыт нәҫеленә Арам менән Әфраим ғәскәрҙәренең берләшеүе тураһында хәбәр килгәс, Ахаз батша менән халыҡтың йөрәге елдә сайҡалған урман ағастары һымаҡ һелкенде.


Эй юлдан яҙған ҡыҙ, Ҡасанғаса ҡаңғырып йөрөрһөң? Раббы донъяла яңы бер нәмә бар ҡылды: Ҡатын ирҙе эҙләйәсәк.


Яҡуп тоҡомо менән ҡолом Дауыт тоҡомон кире ҡаҡмам. Дауыт тоҡомонан Ибраһим, Исхаҡ, Яҡуп тоҡомдарына батшалар ҡуйырмын, халҡыма әүәлге мул, имен тормошон ҡайтарырмын, рәхим-шәфҡәтемде күрһәтермен».


Шафандан тыуған Ахиҡамдың улы Гедалъяһ уларға һәм уларҙың кешеләренә ант итеп: – Халдейҙарға хеҙмәт итеүҙән ҡурҡмағыҙ, – тине. – Илдә ҡалып, Бабил батшаһына хеҙмәт итегеҙ, һәм һеҙгә яҡшы булыр.


Бынан һуң Мин барлыҡ кешеләргә Үҙемдең Рухымды яуҙырырмын. Улдарығыҙ, ҡыҙҙарығыҙ пәйғәмбәрлек итер, Ҡарттарығыҙ әүлиә төштәр күрер, Йәштәрегеҙгә илаһи күренмештәр иңер.


– Инде һүҙемде тыңлағыҙ! – тине Раббы. – Арағыҙҙа Раббы пәйғәмбәре булһа, Мин уға күренмештә асылам, Уның менән төшөндә һөйләшәм.


Ғайса Мәсихтең тыуыуы былай: әсәһе Мәрйәм Йософ менән йәрәшелгән була, әммә улар өйләнешкәнсе үк Мәрйәмдең Изге Рухтан балаға ҡалғаны асыҡлана.


Төштәрендә, Һируд янына ҡабат бармаҫҡа, тигән киҫәтеү алғас, улар башҡа юл менән үҙ илдәренә ҡайтып киттеләр.


Аҡыл эйәләре ҡайтып киткәс, Йософтоң төшөнә Раббы фәрештәһе инде. – Тор, Бала менән Уның әсәһен ал да Мысырға ҡас. Мин һиңә хәбәр биргәнгә тиклем шунда булып тор, сөнки Һируд, Баланы эҙләп табып, үлтерергә ниәтләй, – тине ул.


Һируд үлгәндән һуң, Мысырҙа Раббы фәрештәһе Йософтоң төшөнә инде. Ул:


Әммә, Йәһүҙиәлә Һируд урынында улы Архелайос батша идара итеүен ишетеп, Йософ унда барырға ҡурҡты. Төшөндә йәнә бер иҫкәртеү алғас, ул Галилея өлкәһенә китте.


Ул хөкөм итеү урынында ултырған саҡта, ҡатыны уға: «Был Кешегә ҡаршы бер ни ҙә эшләмә! Ул ғәйепһеҙ. Бөгөн төшөмдә Уның арҡаһында бик ғазапландым», – тип хәбәр иттерҙе.


Фәрештә ҡатындарға былай тине: – Ҡурҡмағыҙ! Һеҙҙең арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Ғайсаны эҙләгәнегеҙҙе беләм.


Фәрештә уға: – Мин – Алла тәхете алдында тороусы Ябраил. Һиңә ошо ҡыуаныслы хәбәрҙе белдереү өсөн ебәрелдем.


Йософ та Галилеялағы Назара ҡалаһынан Йәһүҙиәләге Бейт-Ләхәмгә – Дауыттың тыуған ҡалаһына юлланды, сөнки Дауыт нәҫеленән ине.


Әммә төндә Раббының бер фәрештәһе килеп төрмә ишектәрен асты.


Ҡыуанайыҡ һәм шатланайыҡ, Уға дан йырлайыҡ. Бәрәстең туйы килде, Уның кәләше әҙерләнеп бөттө.


Бер ваҡыт был ҡатын алдында Раббы фәрештәһе пәйҙә булды һәм уға: – Бына һин биҙәүһең һәм балаларың юҡ, – тине. – Әммә ауырға ҡалып, малай табасаҡһың.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ