49 Һәр кем ут менән «тоҙланыр».
Уларҙы Раббы хозурына килтер. Ҡаһиндар, уларға тоҙ һибеп, Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны булараҡ тәҡдим итһен.
Икмәк саҙаҡаларыңдың барыһына ла тоҙ һал. Сөнки тоҙ – Алла менән һинең арала төҙөлгән килешеүҙең билдәһе. Бөтә икмәк саҙаҡаларыңды ла тоҙһоҙ ҡалдырма.
Һеҙ – ерҙең тоҙо. Әгәр тоҙ үҙенең тәмен юғалтһа, уны ҡабат нисек тоҙло итерһегеҙ? Ул инде аяҡ аҫтына сығарып ташлауҙан башҡаға ярамаҫ.
Йәһәннәмдә кешеләрҙе кимереүсе ҡорттар үлмәй һәм ут һүнмәй.
Тоҙ – яҡшы нәмә, ә тоҙ тоҙһоҙланһа, уның тәмен нисек ҡайтарырһығыҙ? Тоҙ һеҙҙең үҙегеҙҙә булһын һәм бер-берегеҙ менән татыу булығыҙ.