Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 9:25 - Изге Яҙма

25 Халыҡтың йүгерә-атлай йыйылыуын күргән Ғайса яуыз рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: баланың эсенән сыҡ та бүтән инмә! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

25 Ғайса иһә, халыҡ төркөмө йыйылыуын күреп, шаҡшы рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: уның эсенән сыҡ та бүтәнсә инмә! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

25 Халыҡтың йүгерә-атлай йыйылыуын күргән Ғайса яуыз рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: баланың эсенән сыҡ та бүтән инмә! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 9:25
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Раббы шайтанға: – Эй шайтан! Әйҙә һине Раббы туҡтатһын! Эйе, Йәрүсәлимде һайлаған Раббы һине туҡтатһын! Был әҙәм уттан тартып алынған торонбашҡа оҡшамағанмы ни? – тине.


Шул ваҡыт Ғайса янына ен эйәләшкән, һуҡыр һәм телһеҙ кешене алып килделәр. Ғайса уны һауыҡтырғас, ул һөйләшә һәм күрә башланы.


Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты.


Ғайсаны күреү менән, бөтә халыҡтың иҫе китте, йүгереп килеп, Уны сәләмләнеләр.


Малайҙың атаһы шунда уҡ ҡысҡырып ебәрҙе: – Ышанам! Әммә ышанысым аҙ, уны нығытырға ярҙам ит миңә!


Яуыз рух, малайҙың тәнен бик ныҡ тартыштырып, һөрәнләп килеп сыҡты. Малай үлгәндәй булды. Шунлыҡтан күптәр уны «үлде» тине.


Ғайса телһеҙ берәүҙең эсенән енде ҡыуып сығарҙы. Ен сыҡҡандан һуң, был кешенең теле асылды. Халыҡ быға хайран ҡалды.


Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ! Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып китте.


«Һин – Алла Улы!» – тип ҡысҡырышып, күптәрҙең эсенән ен сыҡты. Ә Ғайса, ҡаты киҫәтеп, ендәрҙе һүҙ һөйләүҙән тыйҙы, сөнки улар Уның Мәсих икәнлеген белә ине.


Сөнки Ғайса яуыз рухҡа ул кешенән сығырға бойорғайны. Яуыз рух был әҙәмде күптән яфалаған. Сынйырҙар һәм бығауҙар менән бәйләп тотҡанда ла, ул бығауҙарҙы өҙгән һәм эйәләшкән ене уны сүлдәргә ҡыуып алып китә торған булған.


Малай килеп етеп килгәндә, ен уны ергә атып бәрҙе лә, баланың тәне ҡороша башланы. Ғайса иһә яуыз рухты тыйҙы һәм, малайҙы һауыҡтырып, атаһына тапшырҙы.


Был бер нисә көн шулай дауам итте. Паулустың тамам асыуы килеп, ен яғына боролоп: – Ғайса Мәсих вәкәләте менән бойорам: уның эсенән сыҡ! – тине. Ен шунда уҡ сығып китте.


Хатта баш фәрештә Михаил, Мусаның кәүҙәһе хаҡында Иблис менән бәхәсләшкәндә, Иблисте яла яғыуҙа ғәйепләргә ҡыймай, «Һине Раббы тыйһын», – тип кенә ҡуя.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ