Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 9:1 - Изге Яҙма

1 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнсе, үлем татымаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып тороусыларҙың ҡайһы берҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнгә тиклем, үлем татымаясаҡ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнсе, үлем татымаҫ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 9:1
13 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре Әҙәм Улының Батша булып килгәнен күргәнсе үлем татымаҫ.


Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның күктәге болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙәге бөтә халыҡтар ҡайғырып илашыр.


Әҙәм Улы, Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.


Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: быларҙың барыһы ла әлеге быуын алмашынып өлгөрмәҫ элек ғәмәлгә ашыр.


Изге Рух уға: «Раббы тарафынан ебәрелгән Мәсихте күрмәйенсә үлмәйәсәкһең», – тип әйткән була.


Һеҙгә әйтәм: бөгөндән алып, Алла батшалығы килгәнгә тиклем, Мин йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен.


Һеҙ Минең Батшалығымдағы табындан ашарһығыҙ, эсерһегеҙ һәм, тәхеттәргә ултырып, Исраилдың ун ике ырыуына идара итерһегеҙ.


Һеҙгә ысынын әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығын күргәнсе, үлем татымаҫ.


Бына нилектән имандаштар араһында: «Ул шәкерт үлмәйәсәк», – тигән һүҙ таралды. Әммә Ғайса «ул үлмәйәсәк» тимәне, бары тик: «Мин яңынан килгәнсе уның йәшәүен теләһәм дә, һинең ни эшең бар?» – тип кенә әйтте.


Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтәһе хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды. Әммә һуңында Ул, үлемде һынағаны өсөн, башына шөһрәт һәм хөрмәт тажын кейҙе.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ