21 – Әле һаман да аңламайһығыҙмы? – тине Ғайса.
21 – Әллә һаман төшөнмәйһегеҙме? – тине Ғайса.
Тиҫкәре булмағыҙ Меривалағылай, Теге заман сүлдә, Массалағы, һымаҡ.
Улар икмәк менән булған хәлде лә аңламағайны – күңелдәре һаман ҡатып ҡалған ине.
Ғайса ауыр көрһөндө: – Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөнгө быуынға илаһи билдә бирелмәйәсәк, – тине.
Ғайса, быны белеп, уларға: – Ни өсөн һеҙ икмәгегеҙ юҡлығы тураһында һөйләшәһегеҙ? – тине. – Һаман аңығыҙға барып етмәйме, бер нимә лә аңламайһығыҙмы? Күңелдәрегеҙ бөтөнләйгә ҡатып ҡалғанмы ни?
Бына улар Бейт-Сайдаға килде. Кешеләр бер һуҡырҙы алып килделәр ҙә Ғайсаның уға ҡул тейҙереүен үтенделәр.
– Эй, иманһыҙ быуын! – тине Ғайса уларға. – Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Килтерегеҙ малайҙы Минең яныма!
– Филиппус, ни тиклем ваҡыт һеҙҙең менән бергәмен, ә һин Мине белмәйһеңме ни? – тине Ғайса. – Мине күргән кеше Атаны ла күргән була. Нисек инде һин: «Беҙгә Атаны күрһәт», – тиһең?
Тейешенсә айнып, гонаһ ҡылыуҙан туҡтағыҙ. Ҡайһы берҙәрегеҙ Алланы белмәй бит, мин быны һеҙҙе оялтыу өсөн әйтәм.
Һеҙҙе намыҫландырыр өсөн әйтәм: арағыҙҙа имандаштар араһындағы бәхәстәрҙе хәл итерлек бер генә аҡыллы кеше лә юҡмы ни?