Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 6:11 - Изге Яҙма

11 Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр, әйткәнегеҙҙе тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

11 Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр һәм тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

11 Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр, әйткәнегеҙҙе тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 6:11
20 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Өҫтөмдәге кейемемде һелктем дә әйттем: – Һүҙендә тормаған һәр кешене Алла уның үҙ йортонан, бөтә хужалығынан бына ошолай һелкеп ташлаһын! Әйҙә ул кеше һелкеп ырғытылып буш ҡалһын! Йыйылған бөтә кеше «амин» тип торҙо, Аллаға маҡтау яуҙырҙы. Халыҡ биргән вәғәҙәһен үтәне.


Һеҙгә әйтәм: әйтелгән һәр буш һүҙе өсөн кешеләр ҡиәмәт көнөндә яуап тотасаҡ.


– Ҡайһы өйҙә туҡталһағыҙ ҙа, киткәнгә тиклем шунда ҡалығыҙ, – тип һүҙен дауам итте Ул. –


Әгәр ҡабул итмәһәләр, был ҡаланан киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Әммә йәһүдтәр уға ҡаршы сығып, яман телләшә башлағас, кейемендәге туҙанды ҡағып: – Һәләкәтегеҙгә үҙегеҙ ғәйепле. Минең намыҫым таҙа, инде башҡа халыҡтар араһына китәм, – тине.


Быларҙың барыһы ла Алла кешеләрҙең йәшерен эштәрен һәм уйҙарын Ғайса Мәсих аша мин вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса хөкөм итәсәк көндө буласаҡ.


Әммә тиҫкәрелегең һәм тәүбә итергә теләмәгән йөрәгең арҡаһында, Алланың ғәҙел хөкөмө асыҡланған асыу көнөндә башыңа төшәсәк нәфрәтте йыяһың.


Шулай итеп Содом, Ғамора ҡалаларын да хөкөм иткән һәм көлгә әйләндереп ҡыйратҡан. Ул аллаһыҙҙарҙың киләсәге ниндәй булырын һабаҡ рәүешендә киҫәткән.


Шулай итеп, Раббы Үҙенә тоғроларҙы һынауҙарҙан нисек ҡотҡарырға, ә ғәҙелһеҙҙәрҙе хөкөм көнөндә биреләсәк язаға нисек һаҡларға икәнен белә.


Ә шул уҡ һүҙ менән хәҙерге күк һәм ер, уттан һәләк ителеү өсөн, хөкөм көнөнәсә һаҡланып тора. Шул көндә аллаһыҙҙар ҙа юҡ ителәсәк.


Мөхәббәт беҙҙең арала камиллыҡҡа етте, шуға күрә ҡиәмәт көнөн беҙ ышаныс менән ҡаршыларбыҙ, сөнки Ғайса ниндәй булһа, беҙ ҙә был донъяла шундайбыҙ.


Ошо фәрештәләр кеүек, фәхешлеккә, енси аҙғынлыҡҡа бирелгән Содом, Ғамора һәм улар тирәһендәге бүтән ҡалалар халҡы ла, ғибрәтле миҫал булараҡ, мәңгелек ут язаһын алған.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ