Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 5:34 - Изге Яҙма

34 – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән ҡотолдоң, – тине уға Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

34 – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән һауыҡтың, – тине уға Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

34 – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән ҡотолдоң, – тине уға Ғайса.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 5:34
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Иҫән-аман йөрө, – тине Ильясиғин. Нағаман Ильясиғин янынан сығып, байтаҡ китеп өлгөргәйне,


Әйҙә икмәгеңде шат күңел менән аша, шарабыңды ҡыуаныс менән эс: инде Алла һинең ғәмәлдәреңде хуш күрә!


Өй һылағандан һуң, ҡаһин килеп ҡарап, үңәҙҙең таралмағанын күрһә, өйҙө таҙа тип иғлан итер, сөнки үңәҙ бөткән.


Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.


Ғайса артына боролдо. Ҡатынды күреп: – Ҡыйыу бул, ҡыҙым! Ышаныуың һине һауыҡтырҙы, – тине. Ҡатын шунда уҡ сәләмәтләнде.


Ғайса уға: – Бар, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине. Был кеше шунда уҡ күрә башланы һәм юл буйлап Ғайсаға эйәреп китте.


Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды.


Ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны, ҡатын һауыҡҡанын тойҙо.


Ҡурҡыуынан ҡалтырап төшкән ҡатын, үҙе менән ни булғанын аңлап, Ғайсаның янына килде лә, аяғына йығылып, Уға дөрөҫөн һөйләп бирҙе.


Ә теге әҙәмгә: – Тор, юлыңда бул, һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине.


Ғайса уға: – Күҙҙәрең күрһен! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы, – тине.


Ғайса ҡатынға тағы ла: – Һине ышаныуың ҡотҡарҙы, имен йөрө, – тине.


Ғайса уға: – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тине.


Ул да Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап ултырҙы. Паулус уға туп-тура ҡараны ла, ғәриптең шифа аласағына ышанысы барлығын күреп, көслө тауыш менән:


Йәһүҙә менән Силас Антиохияла күпмелер ваҡыт булғас, имандаштар уларҙы именлек теләп Йәрүсәлимгә, үҙҙәрен ебәргән кешеләр янына оҙатты.


Төрмә ҡарауылсыһы был хаҡта Паулусҡа еткерҙе: – Ҡала идарасылары һеҙҙе азат итергә ҡушты. Барығыҙ, именлек һеҙгә, – тине.


арағыҙҙан кемдер: «Иҫән-һау йөрөгөҙ. Йылынығыҙ һәм туйғансы ашағыҙ!» – тип әйтһә, әммә уларға тереклек өсөн кәрәкле нәмәләрҙе бирмәһә, бынан ни файҙа?


– Бар, иҫән-аман йөрө. Исраил Аллаһы һорағаныңды бирә күрһен, – тип яуапланы Ғәли Ханнаға.


– Иҫән-аман йөрө, – тине Йонаҫан Дауытҡа. – Раббы минең менән һинең арала, минең тоҡомом менән һинең тоҡомоң араһында мәңге булһын, тип Раббы исеме менән ант бирешкәнбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ