Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 5:29 - Изге Яҙма

29 Ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны, ҡатын һауыҡҡанын тойҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

29 Шунда уҡ ҡан ағыуы туҡтаны, ул һауыҡҡанын тойҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Ҡан ағыуы шунда уҡ туҡтаны, ҡатын һауыҡҡанын тойҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 5:29
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ерҙә ҡытлыҡ буламы, ҡырғын төшәме, ҡыуан елдәр иҫәме йәки үҫемлектәрҙе тут, саранча йә ҡорт баҫамы, үҙе биләгән ерҙәрҙән дошмандар ҡыҫырыҡлаймы, бәлә-ҡаза, сир-сырхау ябырыламы,


Йортоңдо юғарылағы һыуҙар өҫтөнә ҡорғанһың, Болоттарҙы Үҙенә арба итәһең, Елдең ҡанаттарында гиҙәһең.


Биләмәләреңә именлек килтерә, Һине иң яҡшы бойҙайы менән туҡландыра.


Йә Раббы, Һиндә мин ышыҡ табам, Миңә оятҡа ҡалырға бирмә мәңге, Ғәҙеллегеңде күрһәт, йолоп ал!


Раббы былай тине: – Әгәр һин, Исраил халҡы, Мин, Аллаң Раббы, әйткәндәрҙе тыңлаһаң, Мин хуп күргәнде генә эшләһәң, бойороҡтарыма ҡолаҡ һалһаң, ҡағиҙәләремде үтәһәң, бер ҡасан да һиңә Мысыр халҡына ебәргән ише ауырыу-сирҙәр күндермәм, сөнки Мин – Раббы, һиңә шифа биреүсе.


Өй һылағандан һуң, ҡаһин килеп ҡарап, үңәҙҙең таралмағанын күрһә, өйҙө таҙа тип иғлан итер, сөнки үңәҙ бөткән.


Күреме ваҡытында берәй ҡатын менән ятҡан һәм яҡынлыҡ ҡылған әҙәм, ҡатындың күрем сығанағын асҡан, ә ҡатын уға күрем сығанағын күрһәткән – улар икеһе лә халҡы араһынан ҡыуылыр.


Шул мәлдә ун ике йыл буйы ҡан китеүҙән интеккән бер ҡатын, Ғайсаның артынан килеп, Уның кейеменең салғыйына ҡағылды.


Ул күптәрҙе һауыҡтырғанлыҡтан, барлыҡ сирлеләр этешеп-төртөшөп Уға ҡағылырға уҡталды.


Эсенән генә: «Кейеменә бер ҡағылһам, һауығырмын», – тип уйлағайны.


– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән ҡотолдоң, – тине уға Ғайса.


Тап шул ваҡытта Ғайса күптәрҙе сирҙәренән, ҡаты зәхмәттәрҙән, яуыз рухтарҙан һауыҡтырғайны һәм байтаҡ ҡына һуҡырҙарҙы күҙле иткәйне.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ