Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 4:39 - Изге Яҙма

39 Ул тороп елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

39 Ул, тороп, елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

39 Ул тороп елде тыйҙы, күлгә лә: – Шаулама, баҫыл! – тине. Ел туҡтаны, тәрән тынлыҡ урынлашты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 4:39
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әйттем: „Ошонда тиклем киләһең, артабан сыҡмайһың. Бында туҡтар ғорур тулҡындарың“.


Уның ҡушҡанын үтәгән ут, боҙлауыҡ, Ҡар һәм томан, дауыллы ел,


«Ни файҙа булыр Һиңә, түгелеп ҡаным, Үлем соҡорона әгәр төшһәм? Ҡәбер тупрағы Һине данлаймы? Һинең тоғролоғоң хаҡында һөйләйме?


Ҡөҙрәте менән мәңге хакимлыҡ итә, Күҙе менән ҡәүемдәрҙе байҡап тора: Фетнәселдәр Уға ҡаршы ҡалҡмаһындар! Села


Көндәребеҙ Һинең асыуың аҫтында үтә, Бер һулыш һымаҡ юғала йылдарыбыҙ.


Үҙең таяғыңды күтәр ҙә ҡулыңды диңгеҙ өҫтөнә һуҙ – диңгеҙ икегә ярылыр, Исраил халҡы уның төбөнән, ҡоро ерҙән барған шикелле, атлап сығыр.


Исраил халҡы диңгеҙ төбөндәге ҡоро ерҙән атланы, һыуҙар уң яҡтан да, һул яҡтан да диуарҙай кәртәләнеп торҙо.


Ул һыу ташып сыҡмаһын тип, диңгеҙгә ярҙар ҡуйғанда, ергә нигеҙ һалған саҡта –


Минәнме ҡурҡмайһығыҙ? – тип белдерә Раббы. – Минең алдымдамы ҡалтырамайһығыҙ? Мин диңгеҙгә ҡомдо сик итеп ҡуйҙым, Үтеп булмаҫлыҡ мәңгелек итеп ҡылдым. Тулҡындар ни тиклем ташланһа ла, Шаулап ажғырһа ла, үтә алмаҫ.


Бөйөк Хаким мәңгелеккә ташламай ул!


Ул янаһа, диңгеҙ ҡорор, Бөтә йылғаларҙың һыуы кибер, Башандың, Кармәл тауының йәшеллеге шиңер, Ливандың гөл-сәскәләре һулыр.


– Эй, иманы аҙҙар, ниңә улай ҡотоғоҙ осто? – тине Ғайса уларға. Ул тороп елде лә, күлде лә тыйҙы. Тәрән тынлыҡ урынлашты.


Ғайса иһә кәмәнең артҡы осонда башын яҫтыҡҡа терәп йоҡлай ине. Шәкерттәре Уны уятып: – Остаз, батабыҙ бит! Был һине борсомаймы ни? – тинеләр.


Халыҡтың йүгерә-атлай йыйылыуын күргән Ғайса яуыз рухҡа: – Телһеҙлек һәм һаңғыраулыҡ рухы! Мин һиңә бойорам: баланың эсенән сыҡ та бүтән инмә! – тине.


Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ! Ен, әлеге әҙәмде халыҡ алдында ҡолатып, уға бер зыян да килтермәйенсә, эсенән сығып китте.


Ул, ҡатын өҫтөнә эйелеп, сиргә туҡтарға ҡушты. Тән яныуы туҡтаны. Ҡатын шунда уҡ торҙо ла уларға табын әҙерләй башланы.


Шәкерттәре Ғайса янына килеп: – Остаз, Остаз! Батабыҙ бит! – тип ҡысҡырып Уны уяттылар. Ғайса иһә тороп елде лә, ҡоторонған тулҡындарҙы ла тыйҙы һәм, улар туҡтағас, тынлыҡ урынлашты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ