Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 3:2 - Изге Яҙма

2 Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләгән фарисейҙар, шәмбе көндө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

2 Фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көнө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

2 Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләгән фарисейҙар, шәмбе көндө Ул был кешене һауыҡтырмаҫмы икән тип, күҙәтеп торҙолар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 3:2
12 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Күптәрҙең янауын ишетә йөрөйөм, Тирә-яҡта – дәһшәт! «Ошаҡлайыҡ уны! – тиҙәр. – Фаш итәйек!» Минең менән татыу булғандар ҙа Абынғанымды көтәләр: «Бәлки, ул тоҙаҡҡа төшөр, Шунда уны еңербеҙ, Үсебеҙҙе ҡандырырбыҙ», – тиҙәр.


Уның ҡарауы башҡа вәзирҙәр һәм идарасылар Даниилдың батшалыҡ менән идара итеүен күҙәтеп кенә торҙо, уның эшенән йөй табырға тырышты, ләкин бер нисек тә таба алманы: Даниил барыһын да намыҫ ҡушҡанса башҡарҙы, уның эшенән хилафлыҡ та, яңылышлыҡ та табылманы.


Унда ҡулы ҡороған берәү бар ине. Ҡайһы берәүҙәр, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп: – Шәмбе көндө һауыҡтырыу рөхсәт ителәме? – тип һораны.


Ғайса ҡулы ҡороған кешегә: – Уртаға сығып баҫ! – тине.


Шәмбе көнө Ғайса фарисей башлыҡтарының береһенең өйөнә ашҡа барҙы. Ундағыларҙың барыһы ла Ғайсаны диҡҡәт менән күҙәтте.


Улар Ғайса артынан ныҡлап күҙәтергә үҙҙәренең кешеләрен ебәрҙе. Былары иһә, үҙҙәрен эскерһеҙ итеп күрһәткән булып, Ғайсанан бәйләнерлек һүҙ әйттереп, идарасы ҡулына хөкөмгә тотоп бирергә ниәтләне.


Ҡанун белгестәре һәм фарисейҙар, Ғайсаны ғәйепләргә һылтау эҙләп, шәмбе көндө берәйһен һауыҡтырмаҫмы икән тип, Уны күҙәтте.


Улар быны Ғайсаны һынар өсөн, бәлки, ғәйепләргә берәй һылтау табырбыҙ, тигән уйҙан сығып әйтте. Әммә Ғайса, түбән эйелеп, бармағы менән ергә ниҙер яҙа башланы.


Ҡайһы бер фарисейҙар: – Был Кеше Алланан түгел, сөнки Ул шәмбе көндөң ҡағиҙәһен тотмай, – тинеләр. – Гонаһлы кеше бындай мөғжизәне ҡыла алыр инеме ни? – тип икенселәре ҡаршы төштө. Улар араһында бәхәс ҡупты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ