Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 2:5 - Изге Яҙма

5 Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Улым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

5 Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Улым, һинең гонаһтарың кисерелде! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

5 Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Улым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 2:5
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Улыңа ҡул күтәрмә, – тине фәрештә. – Уға бер ни ҙә эшләмә! Хәҙер беләм, һин Алланан ҡурҡаһың – Минән берҙән-бер улыңды ла йәлләмәнең!


Йортоңдо юғарылағы һыуҙар өҫтөнә ҡорғанһың, Болоттарҙы Үҙенә арба итәһең, Елдең ҡанаттарында гиҙәһең.


Хәйерлегә булған ғазап-әрнеүҙәрем, Һөйөүең менән йәнемде һәләкәт соҡоронан алып ҡалдың; Гонаһтарымды артҡа бырғаның.


Кисергән ғазаптарҙан һуң ул яҡтылыҡ күрәсәк, Үҙ эшенең асылына төшөнөп, ҡәнәғәтләнеү табасаҡ. «Минең тоғро ҡолом бик күптәрҙе аҡлаясаҡ, Сөнки уларҙың ғәйептәрен үҙ өҫтөнә аласаҡ, – ти Раббы. –


Бына бер нисә кеше фалиж һуҡҡан берәүҙе, ятҡан түшәге менән күтәреп, Уға килтерҙе. Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Ныҡ бул, улым! Һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.


Ғайса артына боролдо. Ҡатынды күреп: – Ҡыйыу бул, ҡыҙым! Ышаныуың һине һауыҡтырҙы, – тине. Ҡатын шунда уҡ сәләмәтләнде.


– Нимә тип әйтеү еңелерәк: «Гонаһтарың ғәфү ителде», – типме, әллә «Тор ҙа атлап кит», – типме?


Унда бер нисә ҡанун белгесе ултыра ине. Улар эстән генә:


– Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, сиреңдән ҡотолдоң, – тине уға Ғайса.


Ғайса, уларҙың ышаныуҙарын күреп, ауырыуға: – Дуҫым, һинең гонаһтарың ғәфү ителде! – тине.


Ғайса уға: – Ҡыҙым! Һине ышаныуың һауыҡтырҙы. Бар, имен йөрө, – тине.


Кемдең дә булһа берәйһе тураһында һөйләүенә Уның ихтыяжы булманы. Кеше күңелендә ни барлығын Ул Үҙе белә ине.


Аҙаҡ Ғайса уны Алла йортонда осратып: – Бына һин һауыҡтың. Тағы ла насарыраҡ хәлгә тарымаҫ өсөн, башҡаса гонаһ ҡылма, – тине.


Ул килеп, Алланың бындағы кешеләргә булған мәрхәмәтен күргәс, шатланды һәм бөтәһен дә Раббыға ысын күңелдән тоғро булып ҡалырға өндәне.


Ул да Паулус һөйләгән һүҙҙәрҙе тыңлап ултырҙы. Паулус уға туп-тура ҡараны ла, ғәриптең шифа аласағына ышанысы барлығын күреп, көслө тауыш менән:


Исраилға тәүбә итеү һәм гонаһтарынан ярлыҡаныу мөмкинлеге биреү өсөн, Алла Уны Юлбашсы һәм Ҡотҡарыусы итеп Үҙенең уң яғына күтәрҙе.


Шуның өсөн дә күбегеҙ хәлһеҙ һәм ауырыу, вафат булғандар ҙа аҙ түгел.


Һеҙ кемделер ғәфү итәһегеҙ икән, мин дә уны ғәфү итәм. Ғәфү иткәнемде (әгәр быға сәбәп ысынлап та булһа) мин Мәсих алдында һеҙҙең хаҡҡа ғәфү иттем.


Алла мәрхәмәте менән иман аша ҡотолдоғоҙ. Был – һеҙҙең үҙегеҙҙән түгел, был – Алла бүләге.


Бер-берегеҙгә ҡарата сабырлыҡ күрһәтегеҙ һәм, үпкәгеҙ булһа, ғәфү итә белегеҙ. Раббы һеҙҙе ғәфү иткән кеүек, һеҙ ҙә бер-берегеҙҙе ғәфү итегеҙ.


Иман менән ҡылынған доға ауырыуҙы һауыҡтырыр, һәм Раббы уны аяҡҡа баҫтырыр. Әгәр ҙә ул гонаһ ҡылған булһа, Алла уны ярлыҡар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ