Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 14:6 - Изге Яҙма

6 – Теймәгеҙ уға, – тине Ғайса. – Ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

6 Ғайса иһә уларға былай тине: – Теймәгеҙ уға, ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

6 – Теймәгеҙ уға, – тине Ғайса. – Ниңә уның хәтерен ҡалдыраһығыҙ? Минең өсөн яҡшылыҡ ҡылды бит ул.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 14:6
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һиңә ҡаршы яһалған һис бер ҡорал эшкә ашмаҫ; Хөкөмдә һиңә яла яҡҡан һәр телде Үҙең ғәйеплегә сығарырһың. Раббыға ҡол булғандарҙың өлөшө шул: Уларҙы Үҙем аҡлармын», – тип белдерә Раббы.


Ғайса, шәкерттәренең ризаһыҙлығын белеп, уларға: – Ниңә һеҙ был ҡатындың хәтерен ҡалдыраһығыҙ? – тине. – Миңә яҡшылыҡ ҡылды бит ул.


Уны өс йөҙҙән ашыу динарға һатып, аҡсаһын фәҡирҙәргә өләшергә булыр ине бит, – тиешеп, ҡатынды әрләй башланы.


Фәҡирҙәр һәр ваҡыт һеҙҙең менән, теләгән мәлегеҙҙә уларға яҡшылыҡ күрһәтә алаһығыҙ, Мин иһә янығыҙҙа гел булмам.


Яфо ҡалаһында гел генә яҡшы эштәр ҡылған һәм фәҡирҙәргә ярҙам иткән Табиҫа (грекса «Доркас») исемле бер шәкерт ҡатын бар ине.


Үҙ-үҙен маҡтаған түгел, ә Раббының маҡтауын ҡаҙанған кеше генә Уның тарафынан хуплана.


Ул, һеҙ һәр ваҡыт кәрәк нәмәләрҙең барыһына ла эйә һәм бар изгелекле эштәрҙә йомарт булһын өсөн, һәр төрлө бүләктәрен мул итеп бирә ала.


Беҙҙе Алла ҡулы булдырҙы. Уның алдан әҙерләнгән яҡшы эштәрен башҡарыу өсөн, беҙ Ғайса Мәсихтә бар ителдек.


Һәр изгелекле эшегеҙ уңыш килтереп, Алланы танып белеүегеҙ артҡандан-арта барып, Раббыға лайыҡлы йәшәүегеҙҙе һәм эштәрегеҙ менән Уға хуш килерлек булыуығыҙҙы теләп доға ҡылабыҙ.


һеҙҙең күңелдәрегеҙҙе йыуатһын, һәр төрлө яҡшы һүҙҙәр һөйләргә һәм изге эштәр башҡарырға ҡеүәт бирһен.


ул үҙенең изге эштәре менән билдәле, йәғни балалар тәрбиәләп үҫтергән, ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән, имандаштарының аяҡтарын йыуған, ауырлыҡ күргәндәргә ярҙам иткән һәм үҙен һәр төрлө яҡшы эшкә бағышлаған.


Улар изгелек ҡылһын, яҡшы эштәре менән бай булһын, йомарт һәм үҙҙәренекен башҡалар менән бүлешергә әҙер торһон.


Шулай итеп, кем үҙен бысраҡтан таҙарындыра, шул йорт хужаһы өсөн файҙалы, изгеләштерелгән һәм бөтә яҡшы эштәргә лә яраҡлы һауыт кеүек буласаҡ.


шулай итеп, Алла кешеһе барыһына ла маһир һәм бөтә яҡшы эшкә лә әҙер.


Мәсих, беҙҙе һәр төрлө гонаһтан йолоп алыу һәм таҙарындырыу өсөн, беҙҙе яҡшылыҡ ҡылырға ашҡынып торған Үҙ халҡы итер өсөн, Үҙен ҡорбан итте.


Уларға бөтә яҡшы эштәрҙә лә яҡшы өлгө күрһәт, ә өйрәткәндә намыҫыңа тоғро һәм етди бул,


Беҙҙекеләр ҙә, ғүмерҙәре заяға уҙмаһын өсөн, башҡаларҙың ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп, үҙҙәрен изге эштәргә бағышлап өйрәнһендәр.


Был һүҙҙәр хаҡ, Аллаға ышаныусылар үҙҙәрен яҡшы эштәргә бағышларға тырышһын өсөн, мин ошо һүҙҙәргә айырыуса баҫым яһап һөйләүеңде теләйем. Был бөтәһе өсөн дә яҡшы һәм файҙалы.


Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек.


Үҙенең ихтыярын үтәр өсөн Алла һеҙҙе һәр яҡшы нәмә менән тәьмин итһен һәм Ғайса Мәсих аша беҙҙә Үҙенә ҡулай нәмәләрҙе эшләһен. Уға мәңгенән-мәңгегә дан. Амин.


Мәжүсиҙәр араһында ҡылығығыҙға һүҙ тейҙермәҫлек булһын. Шул ваҡытта, хәҙер һеҙҙе яуызлыҡ ҡылыусылар тип яманлаһалар ҙа, игелекле эштәрегеҙҙе күреп, Алла килгән көндө Уны данларҙар.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ