Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 14:41 - Изге Яҙма

41 Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

41 Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлайһығыҙ, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тапшырыла.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

41 Өсөнсө тапҡыр әйләнеп килгәс, уларға: – Һеҙ һаман йоҡлап ятаһығыҙмы, ял итәһегеҙме? Етте! Ваҡыт килде: бына Әҙәм Улы гонаһлылар ҡулына тотоп биреләсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 14:41
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡояш төшлөккә еткәс Ильяс уларҙан: – Нығыраҡ ҡысҡырығыҙ! Алла бит ул, бәлки уйға батҡандыр, бәлки берәй эше барҙыр, йәки берәй ергә китеп баралыр. Йә булмаһа йоҡлап киткәндер ҙә уятырға кәрәктер, – тип көлә башланы.


Михаяһ батша алдына килде. Батша унан: – Михаяһ, әйт әле, Ғилғәд Рамоҫына яу менән барайыҡмы, әллә юҡмы? – тип һораны. – Бар, – тине Михаяһ. – Юлың уңыр, Раббы уны батша ҡулына тапшырасаҡ.


– Һиңә минән ни кәрәк? – тип ҡаршыланы Ильясиғин Исраил батшаһын. – Атаң менән әсәңдең пәйғәмбәрҙәренә барыр инең. – Улай тимә! – тине Исраил батшаһы. – Раббы беҙҙе, өс батшаны, моавтарҙың ҡулына тапшырыр өсөн бында йыйған.


Эй егет, йәш сағыңда күңел ас, шатлан да көл. Йөрәгең нимә ҡуша, шуны эшлә, күҙең ҡайҙа әйҙәй, шунда йөрө; әммә бел: быларҙың бөтәһе өсөн дә һиңә Алла алдында хисап тоторға тура килер.


Эй Исраил халҡы, Раббы Хаким былай ти: „Әгәр ҙә Мине тыңламайһығыҙ икән, китеп, һәр берегеҙ үҙегеҙҙең боттарығыҙға табынығыҙ. Әммә бүләктәрегеҙ һәм боттарығыҙ менән Минең изге исемемде башҡаса бысратаһы булмағыҙ.


– Ике көндән Ҡотҡарылыу байрамы булғанын беләһегеҙ. Шунда Әҙәм Улын арҡысаҡҡа ҡаҙаҡларға тапшырасаҡтар, – тине.


Шул осорҙа Йәһүҙә Искариот, ун ике шәкерттең береһе, Ғайсаны баш ҡаһиндар ҡулына тапшырырға ниәтләп, улар янына китте.


Ашап ултырғанда Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.


Ул ситкәрәк китте лә, ергә йөҙтүбән ятып, был ғазаплы сәғәт, мөмкин булһа, Мине урап үтһен ине, тип доға ҡыла башланы:


Ул, әйләнеп килеп, шәкерттәренең тағы йоҡлап ятҡанын күрҙе. Уларҙың күҙҙәрен йоҡо баҫҡайны. Улар Ғайсаға ни әйтергә лә белмәне.


Тороғоҙ, китәйек! Ана, Миңә хыянат итеүсе килә, – тине.


Үҙ йолағыҙҙы тотор өсөн, ҡайһылай оҫта итеп Алла бойороғон кире ҡағаһығыҙ! – тип һүҙен дауам итте Ғайса. –


сөнки Үҙенең шәкерттәрен аң-белемгә өйрәтеү менән мәшғүл ине. – Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк һәм үлтереләсәк. Әммә үлтерелгәндән һуң өс көн үткәс, терелеп торасаҡ, – тине Ул.


Ғайса: – Әҙәм Улының шөһрәт ала торған ваҡыты етте! – тип яуапланы. –


Инде күңелем борсоулы. Нимә тип әйтәйем? «Атам! Мине был сәғәттән ҡотҡар!» – типме? Ләкин Мин тап ошо сәғәт өсөн килдем дә.


Ғайса ошо һүҙҙәрҙән һуң күҙен күккә төбәп: – Атам! Ваҡыт етте. Улың Һине шөһрәтле итһен өсөн, Улыңды шөһрәтле ит, – тине. –


Улар Ғайсаны тотоп алырға теләне, ләкин береһе лә Уға ҡул да тейҙермәне, сөнки Уның сәғәте етмәгәйне әле.


Ғайса был һүҙҙәрҙе Алла йортонда өйрәткәндә саҙаҡа һандығы янында әйтте. Бер кем дә Үҙен ҡулға алып маташманы, сөнки Уның сәғәте килеп етмәгәйне әле.


Ата-бабаларығыҙ эҙәрлекләмәгән берәй пәйғәмбәр ҡалдымы икән? Улар Хаҡ булған Заттың килерен алдан хәбәр иткән кешеләрҙе үлтергән, ә хәҙер һеҙ Уның Үҙенә хыянат иттегеҙ һәм Уны үлтерҙегеҙ.


Барығыҙ, үҙегеҙ һайлап алған илаһтарға ялбарығыҙ, әйҙә, ауырлыҡтан хәҙер улар һеҙҙе ҡотҡарһын.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ