Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 14:18 - Изге Яҙма

18 Ашап ултырғанда Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

18 Ашап ултырған мәлдә Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

18 Ашап ултырғанда Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан Минең менән бергә ашап ултырған берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 14:18
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Көндөҙ Раббы Үҙенең тоғро мөхәббәтен күндерер, Төндә иһә мин йырлармын Уға, Доға ҡылырмын тормошом Аллаһына.


Ашап ултырғанда Ул: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: күк менән ер юҡҡа сыҡһа ла, яҙылғандың барыһы ла ғәмәлгә ашмайынса, ҡанундың бәләкәй генә хәрефе лә, хәрефтең бер генә һыҙығы ла юҡҡа сыҡмаҫ.


Ураҙа тотҡанда ике йөҙлөләр кеүек ҡараңғы сырайлы булмағыҙ. Ураҙа тотҡандарын кешеләр күрһен тип, улар шулай моңһоу йөҙ менән йөрөй. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Шуға күрә, саҙаҡа биргәндә, ул хаҡта боғаҙ ярып ҡысҡырма. Кешеләр маҡтау яуҙырһын тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урамдарҙа ике йөҙлөләр шулай итә. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Доға ҡылғанда ике йөҙлө әҙәмдәр һымаҡ булмағыҙ. Улар, кешеләр күрһен тип, ғибәҙәтханаларҙа һәм урам саттарында баҫып доға ҡылырға ярата. Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: улар үҙҙәренең әжерен алды инде.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кем Алла Батшалығын балалар һымаҡ ҡабул итмәй, шул унда инмәйәсәк.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тип яуапланы Ғайса. – Йортон, ағай-энеләрен, апай-һеңлеләрен, ата-әсәһен, балаларын йә баҫыуҙарын Минең хаҡыма һәм Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына ҡалдырып киткәндәр


Кис еткәс, Ғайса ун ике шәкерте менән килде.


Шәкерттәре, хәсрәткә төшөп, бер-бер артлы: – Мин түгелдер бит? – тип һорай башланы.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Алла Батшалығында яңы шарап эсер көн етмәй тороп, Мин инде йөҙөм шарабы эсмәйәсәкмен, – тине Ғайса.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Һөйөнөслө Хәбәр донъяның ҡайһы ғына мөйөшөндә вәғәзләнмәһен, был ҡатынды ла иҫкә алып, уның ҡылған эше хаҡында һөйләйәсәктәр.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: кешеләрҙең гонаһтары ла, көфөр һүҙҙәре лә – бөтәһе лә ғәфү ителер.


Әгәр һеҙҙе берәй ерҙә ҡабул итмәһәләр, әйткәнегеҙҙе тыңлап та тормаһалар, киткән саҡта, уларға ҡаршы шаһитлыҡ билдәһе итеп, аяҡтарығыҙҙағы туҙанды ҡағып төшөрөгөҙ.


Ғайса ауыр көрһөндө: – Ниңә был заман кешеләре илаһи билдә талап итә икән? Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бөгөнгө быуынға илаһи билдә бирелмәйәсәк, – тине.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнсе, үлем татымаҫ.


Кем Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн һеҙгә бер сеүәтә һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.


Һабил ҡанынан алып, ҡорбан усағы менән Изге йорт араһында үлтерелгән Зәкәрьяһ ҡанына тиклем. Эйе, һеҙгә әйтәм: ошо быуын быларҙың барыһы өсөн дә яуап тотасаҡ.


Әммә Миңә хыянат итеүсенең ҡулы – Минең ҡулым менән бергә ошо өҫтәлдә.


Шунан һүҙен дауам итте: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бер пәйғәмбәр ҙә үҙ ерендә ҡабул ителмәй.


һүҙен дауам итте. – Мин һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Күктәрҙең асылыуын, Алла фәрештәләренең Әҙәм Улына төшөүен һәм күтәрелеүен күрерһегеҙ.


Мин бөтәгеҙ тураһында ла әйтмәйем. Үҙем һайлап алған кешеләрҙе Мин беләм, ләкин Изге Яҙмала: «Минең менән бергә икмәк ашаған кеше Миңә ҡаршы баш күтәрҙе», – тип яҙылған һүҙҙәр тормошҡа ашырға тейеш.


Быны әйткәндән һуң Ғайса ҙур тулҡынланыу менән: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: арағыҙҙан берегеҙ Миңә хыянат итәсәк, – тине.


Уның кем хаҡында һөйләгәнен аңлап етмәгән шәкерттәре, аптырашта ҡалып, бер-береһенә ҡарашты.


Ғайса уға: – Минең өсөн йәнеңде фиҙа ҡылырға әҙерһеңме? Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: таң әтәсе ҡысҡырғанға тиклем, һин Мине өс тапҡыр инҡар итәсәкһең, – тине.


Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: йәш сағыңда һин, үҙ-үҙеңде билбаулап, теләгән ереңә бара инең. Ә ҡартайғас, ҡулдарыңды ситкә һуҙырһың һәм, башҡа берәү һине билбаулап, теләмәгән ереңә алып китер.


Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: беҙ ни белһәк, шуны һөйләйбеҙ; ни күрһәк, шуға шаһитлыҡ ҡылабыҙ; ә һеҙ беҙҙең шаһитлығыбыҙҙы ҡабул итмәйһегеҙ.


Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.


Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ!


Ғайса уларға былай яуапланы: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Атаһының ни эшләгәнен күрмәй тороп, Улы Үҙе һис ни башҡара алмаҫ. Атаһы ни ҡылһа, Улы ла шуны эшләр.


Ғайса уларға: – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: һеҙ Мине мөғжизәләремдең мәғәнәһен аңлаған өсөн түгел, ә туйғансы икмәк ашаған өсөн эҙләйһегеҙ!


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: икмәкте күктән һеҙгә Муса бирмәне, ысын икмәкте күктән һеҙгә Минең Атам бирә.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: иман юлындағы кеше мәңгелек тормошҡа эйә.


– Мин Үҙем һеҙҙе – ун икегеҙҙе һайлап алдым түгелме? – тине Ғайса. – Әммә арағыҙҙағы берәү – Иблис.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ