Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 13:26 - Изге Яҙма

26 Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

26 Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

26 Шул мәлдә Әҙәм Улының болоттарҙа бөйөк ҡөҙрәт һәм балҡыш менән килгәнен күрерҙәр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 13:26
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Йона улы Шимғон, һин бәхетле, сөнки быны һиңә кеше түгел, ә Минең күктәге Атам асып бирҙе, – тине Ғайса. –


Әҙәм Улы Үҙенең фәрештәләре менән Атаһының балҡып торған шөһрәтендә килер һәм һәр кемгә ғәмәленә ҡарап әжерен бирер.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре Әҙәм Улының Батша булып килгәнен күргәнсе үлем татымаҫ.


Шул мәлдә күктә Әҙәм Улының билдәһе күренер һәм, Уның күктәге болоттар өҫтөндә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән килгәнен күреп, ерҙәге бөтә халыҡтар ҡайғырып илашыр.


Әҙәм Улы, Үҙенең фәрештәләре менән балҡып торған шөһрәтендә килгәс, батша тәхетенә ултырасаҡ.


– Эйе, Мин, – тине Ғайса. – Һеҙ Әҙәм Улының ҡөҙрәт Эйәһенең уң яғында ултырғанын һәм күктәге болоттар араһында килгәнен күрерһегеҙ!


Иманһыҙ һәм гонаһлы был быуын алдында кем дә булһа Минән һәм Минең һүҙҙәремдән ояла икән, Әҙәм Улы ла, Атаһының балҡып торған шөһрәте эсендә изге фәрештәләре менән килгәндә, ул кешенән оялыр.


– Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм, – тине Ғайса. – Бында баҫып торған кешеләрҙең ҡайһы берәүҙәре, Алла Батшалығының ҡөҙрәт менән килеүен күргәнсе, үлем татымаҫ.


Шул мәлдә ҡөҙрәт һәм бөйөк балҡыш менән болотта килеүсе Әҙәм Улын күрерҙәр.


Улар: – Галилея ир-уҙамандары! Ниңә һеҙ һауаға текләп тораһығыҙ? Арағыҙҙан күктәргә алынған Ғайса, нисек күккә олғашҡан булһа, шул рәүешле үк яңынан киләсәк, – тине.


Бойороҡ ишетелгәндә, баш фәрештәнең саҡырыуы һәм Алла борғоһоноң тауышы аҫтында күктән Раббы Үҙе төшәсәк һәм Мәсихкә инанып үлгәндәр беренсе булып тереләсәк.


Беҙ һеҙгә Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең ҡөҙрәте һәм Уның килеүе тураһындағы оҫта ғына уйлап сығарылған хикәйәттәргә эйәреп түгел, ә Уның бөйөклөгөн үҙ күҙҙәре менән күргән кеше булараҡ һөйләнек.


Бына Ул болоттар араһында килер, Уны һәр кем, хатта Үҙен сәнскән кешеләр ҙә күрер. Ерҙәге бар халыҡтар Уның алдында үкһеп илар. Шулай булыр. Амин.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ