Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 12:14 - Изге Яҙма

14 Улар килеп: – Остаз, Һинең тура һүҙле булыуыңды һәм бер кемдән дә ҡурҡмауыңды беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Улар килеп: – Остаз, Һинең дөрөҫөн әйтеүеңде һәм бер кемгә лә ярарға тырышмауыңды беләбеҙ. Кешеләрҙең кемлегенә ҡарамайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға һалым түләргә рөхсәт ителәме, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Улар килеп: – Остаз, Һинең тура һүҙле булыуыңды һәм бер кемдән дә ҡурҡмауыңды беләбеҙ. Һин бер кемгә лә ярарға тырышмайһың, әммә, дөрөҫлөктән ситкә китмәйенсә, Алла юлына өйрәтәһең. Әйтсе, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? Беҙгә түләргәме, юҡмы? – тинеләр.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 12:14
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Тере Раббы шаһит: Аллам миңә нимә тиһә, шуны әйтермен, – тип яуап ҡайтара Михаяһ.


Алланан ҡурҡығыҙ, алдығыҙҙы-артығыҙҙы ҡарап йөрөгөҙ, сөнки Аллабыҙ Раббыға ялғанлау ҙа, кеше айырыу ҙа, ришүәтселек тә хас түгел.


Был ер үҙенең мул уңышын гонаһтарыбыҙ өсөн Һин беҙҙе баш һалырға дусар иткән батшаларға бирә. Беҙҙең менән дә, мал-тыуарыбыҙ менән дә улар ни теләһә, шуны эшләй, бик тә ҡыҫырыҡланып йәшәйбеҙ беҙ.


Миңә ярҙам киләсәк Раббынан, Күк менән ерҙе Бар ҡылыусынан.


Һеҙ бик ҙур хата яһайһығыҙ: «Аллабыҙ Раббыға беҙҙең турала доға ҡыл, Уның әйткәндәрен белдер. Беҙ барыһын да Ул ҡушҡанса эшләрбеҙ», – тип мине Аллағыҙ Раббыға ебәргәйнегеҙ.


Мин иһә Яҡупҡа енәйәттәрен, Исраилға гонаһтарын әйтер өсөн, Көс менән, Раббының Рухы менән, Хаҡлыҡ һәм батырлыҡ менән тулымын.


Улар үҙҙәренең шәкерттәрен Һируд батша яҡлылар менән бергә Ғайса янына ебәрҙе. – Остаз, – тине улар, – беҙ Һинең тура һүҙле булғаныңды һәм, дөрөҫлөктән ситкә тайпылмайынса, Алла юлына өйрәтеүеңде беләбеҙ. Һин бер кемдән дә ҡурҡмайһың, бер кемгә лә ярарға тырышмайһың.


Шулай булғас, әйт әле беҙгә: нисек уйлайһың, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы?


Бәйләнерлек һүҙ әйтмәҫме тип, бер нисә фарисейҙы һәм Һируд батша яҡлыларҙы Ғайса янына ебәрҙеләр.


Уларҙың ике йөҙлөлөгөн белеп, Ғайса: – Һеҙ ниңә Миңә тоҙаҡ ҡораһығыҙ? Миңә динар алып килеп күрһәтегеҙ әле! – тине.


Йәһүҙә йәһәт кенә Ғайса янына килде лә: – Остаз! – тип Уны үбеп алды.


Әйт әле, ҡайсарға һалым түләү дөрөҫмө, әллә юҡмы? – тип һораны.


– Беҙ был кешене халҡыбыҙҙы аҙҙырыусы тип иҫәпләйбеҙ. Ул Үҙен Мәсих, батша тип атай һәм ҡайсарға һалым түләүҙе тыя, – тип ғәйепләй башланылар.


Үҙ исеменән һөйләгән үҙенә дан эҙләй, ә Үҙен Ебәргәндең данын эҙләгән Зат эскерһеҙ, һәм Уның күңелендә ялғанға урын юҡ.


Шуның өсөн һеҙ һалым түләйһегеҙ ҙә инде, сөнки улар үҙҙәрен үҙ вазифаларына бағышлап, Аллаға хеҙмәт итә.


Беҙ, күптәрҙән айырмалы рәүештә, Алла һүҙе менән һатыу итмәйбеҙ, ә Алла тарафынан ебәрелгән булараҡ, Мәсихтә беҙ Уның Үҙе алдында ихлас күңелдән вәғәзләйбеҙ.


Әгәр һеҙҙе көйөндөрәм икән, ул ваҡытта һеҙҙән – мин көйөндөргән кешеләрҙән – башҡа мине кем ҡыуандырыр?


Алла мәрхәмәте аша беҙгә шундай хеҙмәт тапшырылғанлыҡтан, күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәйбеҙ.


Шулай итеп, Раббынан ҡурҡыуҙың нимә икәнен белеп, беҙ кешеләрҙе Һөйөнөслө Хәбәрҙе ҡабул итергә күндерергә тырышабыҙ. Аллаға беҙҙең кемлегебеҙ билдәле, һеҙҙең выжданығыҙ ҙа беҙҙең кем булыуыбыҙҙы беләлер тип өмөт итәм.


Шуға күрә хәҙер беҙ бер кемде лә кеше үлсәме менән үлсәмәйбеҙ. Мәсихкә элек кеше үлсәме менән ҡараһаҡ та, хәҙер инде улай ҡарамайбыҙ.


Мин хуплауҙы кешеләрҙән эҙләйемме, әллә Аллананмы? Бәлки, кешеләргә ярарға тырышамдыр? Шулай булһа, Мәсихтең хеҙмәтсеһе булмаҫ инем.


Абруйлы кешеләр ҙә – ә уларҙың ниндәй булыуы минең өсөн мөһим түгел: Алла кешенең кемлегенә ҡарамай – һөйләгәндәремә ни ҙә булһа өҫтәүемде талап итмәне.


Хөкөмдә ғәҙелһеҙлек ҡылма, кемдең кем икәненә ҡарама, ришүәт алма, сөнки ул аҡыл эйәһенең дә күҙен томалай, ғәйепһеҙҙәрҙе һәләк итә.


Кешеләргә ярарға тырышып түгел, ә йөрәктәребеҙҙе һынаған һәм Һөйөнөслө Хәбәрҙе таратырға беҙҙе лайыҡлы тип тапҡан Алла ихтыярынан сығып һөйләйбеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ