Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 10:14 - Изге Яҙма

14 Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

14 Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы ошондайҙарҙыҡы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

14 Быны күргән Ғайса асыуланды: – Балаларҙы Минең яныма үткәрегеҙ, уларға ҡамасауламағыҙ! Алла Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 10:14
36 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Килешеүемде һинең һәм нәҫелең менән быуындан-быуынға мәңгелеккә нығытырмын. Мин һинең һәм нәҫел-нәсәбеңдең Аллаһы булырмын.


Күршеләребеҙ алдында мәсхәрәгә төштөк, Бөтә әйләнә-тирәгә көлкө һәм хур булдыҡ.


Уларҙың хеҙмәте бушҡа китмәҫ, Тапҡан балалары бәлә-ҡаза күрмәҫ. Сөнки үҙҙәре лә, балалары ла Раббы фатихалаған тоҡом буласаҡ.


Ә бына „дошмандарға табыш булыр инде“ тигән балаларығыҙҙы Мин унда индерермен, һеҙ баш тартҡан ерҙәрҙе улар белер.


Һаҡ булығыҙ, был кесе йәндәрҙең береһенә лә кәмһетеп ҡарамағыҙ. Һеҙгә әйтәм: уларҙың фәрештәләре һәр ваҡыт күктәге Атамдың йөҙөнә ҡарай ала.


– Шулай итеп, кем ошо бала кеүек үҙен түбәнселек менән тота, шул Күктәр Батшалығында иң бөйөгө булыр.


Әммә Ғайса: – Үткәрегеҙ балаларҙы, уларға Минең яныма килергә ҡамасауламағыҙ! Күктәр Батшалығы – ошондайҙарҙыҡы, – тине.


Дөрөҫлөк хаҡына эҙәрләнеүселәр бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.


– Рухи яҡтан ярлылар бәхетле, сөнки Күктәр Батшалығы уларҙыҡы.


Ҡаты бәғерле булыуҙарына көйөнөп, Ғайса уларға асыулы ҡарап алды ла әлеге кешегә: – Ҡулыңды һуҙ! – тине. Ауырыу ҡулын һуҙғайны, ҡулы һауыҡты.


Әммә Ғайса шәкерттәренә боролоп ҡараны ла Петрусты: – Кит янымдан, Иблис! Һин Алла уйлағанса түгел, әҙәмсә фекерләйһең, – тип тыйып ҡуйҙы.


Ғайса уға: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше юғарынан тыумаһа, ул Алла Батшалығын күрә алмаҫ, – тип яуап бирҙе.


Ғайса былай тип яуапланы: – Һиңә хаҡ һүҙ әйтәм: кеше һыуҙан һәм Рухтан тыумаһа, Алла Батшалығына инә алмаҫ!


Был вәғәҙә – Аллабыҙ Раббы Үҙенә саҡырған һәр кемгә: һеҙгә, һеҙҙең балаларығыҙға һәм алыҫта йәшәгән барыһына ла ҡағыла, – тип яуап бирҙе Петрус.


Һеҙ – пәйғәмбәрҙәрҙең вариҫтары. Алла Ибраһимға: «Ер йөҙөндәге барлыҡ халыҡтар һинең тоҡомоң аша фатиха алыр», – тип, аталарығыҙ менән килешеү төҙөгән. Ошо килешеүгә һеҙ ҙә инәһегеҙ.


Аллаға бүләк ителгән беренсе икмәк изге булһа, шул ҡамырҙан бешерелгән башҡа икмәктәр ҙә изге; ағастың тамыры изге булһа, ботаҡтары ла изге.


Һөйөнөслө Хәбәргә килгәндә, улар – һеҙҙең хаҡҡа Алланың дошмандары, әммә Алланың һайлауына килгәндә, улар ата-бабалары хаҡына Алланың һөйөклөләре булып ҡала,


Имандаштар, уйҙарығыҙ балалыҡ үлсәмендә ҡалмаһын, яманлыҡҡа ҡарата – сабыйҙарса саф күңелле, ә фекер йөрөтөү рәүешегеҙ менән ололар һымаҡ булығыҙ.


Сөнки иманһыҙ ирҙең – иманлы ҡатын аша һәм иманһыҙ ҡатындың иманлы ир аша изгелеккә ҡатнашы бар, юҡһа балаларығыҙ саф булмаҫ ине, ә хәҙер был изгелеккә уларҙың да ҡатнашы бар.


Асыулы сағығыҙҙа ла гонаһ ҡылмағыҙ, ҡояш байығансы ярһыуығыҙ баҫылһын.


Аталарығыҙҙы яратҡанға күрә уларҙан һуң һеҙҙе, уларҙың тоҡомон һайланы һәм Үҙенең бөйөк ҡөҙрәте менән Мысырҙан алып сыҡты.


Лойс өләсәйеңдә һәм Әүникә әсәйеңдә булған шундай уҡ эскерһеҙ иманды хәтерләйем дә был имандың һиндә йәшәүенә ышанам.


Өҫтәүенә, Изге Яҙмаларҙы һин бала саҡтан уҡ беләһең бит, Ғайса Мәсихкә инаныу аша ҡотолорға улар һиңә аҡыл бирер.


Йушағ Исраилдың бөтә йәмғиәтенә – ҡатын-ҡыҙҙы ла, бала-сағаны ла, араларында йәшәгән килмешәктәрҙе лә индереп – Муса ҡушҡандарҙың бөтәһен дә уҡыны, бер генә һүҙен дә ҡалдырманы.


Һеҙ ҙә, ышаныста үҫеп, ҡотолоуға өлгәшеү өсөн, яңы тыуған сабый һөт һораған кеүек, саф рухи һөткә ынтылығыҙ.


Уларҙың ауыҙынан ялған сыҡманы, улар кәмселекһеҙ ине.


Нәҙер әйтеп, былай тине: – Күк ғәскәрҙәре Раббыһы, мин ҡолоңдоң ҡайғыһына күҙ һалып, иҫеңә алһаң, ҡолоңдо онотмайынса бер ир бала бирһәң, уны, башына бәке лә тейҙермәйенсә, Раббыға бағышлар инем.


Ханна иһә уның менән барманы. Иренә: – Баланы имсәктән айырғас, уны Раббы хозурына үҙем алып барырмын да ул шунда ғүмерлеккә ҡалыр, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ