Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 10:1 - Изге Яҙма

1 Ғайса, бынан киткәс, Йәһүҙиәгә һәм Иордан аръяғындағы ерҙәргә йүнәлде. Йәнә янына халыҡ йыйылды һәм Ул, ғәҙәттәгесә, уларға аң-белем бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

1 Ғайса, бынан китеп, Йәһүҙиәнең Иордан аръяғындағы ерҙәренә килде. Йәнә янына халыҡ йыйылды һәм Ул, ғәҙәттәгесә, уларҙы өйрәтте.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

1 Ғайса, бынан киткәс, Йәһүҙиәгә һәм Иордан аръяғындағы ерҙәргә йүнәлде. Йәнә янына халыҡ йыйылды һәм Ул, ғәҙәттәгесә, уларға аң-белем бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 10:1
17 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Вәғәзсе аҡыллы кеше ине. Ул үҙенең белгәндәрен башҡаларға өйрәтте, бик күп хикмәтле нәмәләр хаҡында фекер йөрөтөп, уларҙы тупланы.


Улар Миңә йөҙҙәре менән түгел, һырттары менән боролдо. Мин уларға ҡабат-ҡабат өйрәтһәм дә, нәсихәттәремде тыңларға теләмәнеләр, һабаҡ алманылар.


Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ.


Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты.


Улар Капернаумға килде. Шәмбе көн тыуғас та Ғайса, ғибәҙәтханаға инеп, йыйылған халыҡҡа аң-белем бирә башланы.


Фарисейҙар килеп, Уны һынар өсөн: – Ир кешегә ҡатынын айырырға рөхсәт ителәме? – тип һоранылар.


Ул, Алла йортонда аң-белем биреүен дауам итеп, былай тип һораны: – Ни өсөн ҡанун белгестәре Мәсихте Дауыт Улы тип әйтә?


Көн һайын Алла йортонда арағыҙҙа булдым, аң-белем бирҙем, ә һеҙ Мине тотманығыҙ. Әммә әйҙә Изге Яҙмаларҙа әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын! – тине Ғайса.


Ғайса тағы күл буйына сыҡты. Бөтә кеше Уның янына килде, һәм Ғайса уларҙы аң-белемгә өйрәтте.


Ғайса уларға кинәйәле ҡиссалар аша күп нәмәләрҙе аңлатты:


Шәмбе көн еткәс, Ғайса ғибәҙәтханала аң-белем бирә башланы. Күптәр Уны таң ҡалып тыңланы. – Был тиклемде Ул ҡайҙан белә? Ниндәй тәрән аҡыл бирелгән Уға! Уның ҡулдары менән шундай мөғжизәләр ҡылына бит! – тиештеләр. Шунан: –


Ярға сыҡҡас, Ғайса ҙур халыҡ төркөмөн күрҙе, уларҙы, көтөүсеһеҙ һарыҡтарға оҡшатып, бик йәлләне һәм күп нәмәләргә өйрәтә башланы.


Халыҡтың ышанмауы Уны ныҡ ғәжәпләндерҙе. Ғайса, тирә-яҡтағы ауылдарҙы ҡыҙырып, аң-белемгә өйрәтеп йөрөнө.


Ғайса ҡабат Иордан аръяғына, элек Яхъя һыуға сумдырып йөрөгән урынға юл тотто һәм шунда ҡалды.


Шунан һуң шәкерттәренә: – Яңынан Йәһүҙиәгә барайыҡ, – тине.


– Мин асыҡтан-асыҡ, бөтә кеше алдында һөйләнем, – тип яуап бирҙе Ғайса. – Йәһүдтәр һәр ваҡыт йыйылған ғибәҙәтханала һәм Алла йортонда өйрәттем, йәшеренеп бер ни ҙә һөйләмәнем.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ