Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Маркус 1:24 - Изге Яҙма

24 – Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

24 – Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин – Алланың Изгеһе! – тип ҡысҡырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 – Назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Маркус 1:24
25 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Уларҙың йөрәктәрен май бөргән, Үҙҙәре оятһыҙ маҡтаналар.


Унда саҡта уҡ һиңә: «Ҡалдыр беҙҙе, әйҙә, мысырҙарға ҡол булып йәшәй бирәйек», – тип әйткәйнек бит инде. Сүлгә килеп үлгәнсе, Мысырҙа ҡол булыуың хәйерлерәк ине.


Енәйәттәрҙе туҡтатыу, Гонаһығыҙ юйылһын, Ғәйебегеҙ йолонһон өсөн, Мәңгелеккә дөрөҫлөк урынлашһын, Күренмешең һәм пәйғәмбәрлегең Раҫланып мисәтләнһен, Иң мөҡәддәс урын изгеләнһен өсөн, Һинең халҡыңа һәм изге ҡалаңа Етмеш тапҡыр етешәр йыл ваҡыт билдәләнде.


Унда Назара тигән ҡалаға барып урынлашты. Был пәйғәмбәрҙәр аша белдерелгән: «Уны „Назаралы“ тип атарҙар», – тигән һүҙҙәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды.


– Эй Алла Улы, Һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Бында беҙҙе ваҡытынан алда яфаларға килдеңме? – тип ҡысҡырҙы улар.


Тап шул ваҡыт ғибәҙәтханаға яуыз рух эйәләшкән берәү килеп инде. Ул:


Ғайса рухты: – Шым! – тип тыйҙы. – Был кешенән сыҡ!


Үтеп барыусының назаралы Ғайса икәнен ишетеп, ул ҡысҡыра башланы: – Дауыт Улы Ғайса, мине йәллә инде!


усаҡ янында йылынып ултырған Петрусты күреп, уға текләп ҡараны: – Һин дә назаралы Ғайса менән булдың бит, – тине.


– Ҡурҡмағыҙ! – тине егет уларға. – Һеҙ арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған назаралы Ғайсаны эҙләйһегеҙ. Ул терелде, Ул бында юҡ. Бына Ул ятҡан урын.


– Эй Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Алла хаҡы өсөн ялбарам, яфалама мине! – тип йән көсөнә ҡысҡырып ебәрҙе.


– Һиңә Изге Рух төшөр һәм Юғарыларҙан Юғары һине ҡөҙрәтенең күләгәһе менән солғап алыр, шуның өсөн дә һин тыуҙырыр Бала изге булыр һәм Алла Улы тип аталыр, – тип яуап бирҙе уға фәрештә. –


– Ниндәй хәл? – тине Ғайса. Шәкерттәр Уға былай тине: – Назаралы Ғайса менән булған хәл, Ул Алла алдында ла, бөтә халыҡ алдында ла, һүҙе менән дә, эше менән дә ҡөҙрәтле пәйғәмбәр ине.


– Эй, назаралы Ғайса, һиңә беҙҙән нимә кәрәк? Беҙҙе һәләк итергә килдеңме? Һинең кем икәнлегеңде беләм. Һин Алла тарафынан һайланған изге Әҙәмһең! – тип ҡысҡырҙы.


Был кеше, Ғайсаны күреп, ҡапыл ҡысҡырып ебәрҙе, Уның алдына йығылып, көслө тауыш менән: – Эй, Ғайса, Юғарыларҙан Юғары Алланың Улы! Минән Һиңә нимә кәрәк? Үтенеп һорайым, яфалама мине, – тип ҡысҡырҙы.


Гераса төбәгендәге бөтә халыҡты ҡурҡыу солғап алды, шуның өсөн улар Ғайсаның был ерҙәрҙән китеүен һораны. Ул кәмәгә ултырып ҡайтырға ҡуҙғалғанда,


Беҙ Һиңә ышанабыҙ, Һине Алланың Изгеһе тип таныйбыҙ, – тип яуап ҡайтарҙы.


Беҙ был кешене «йоғошло сир» тип таптыҡ. Ул Назара төркөмөнөң башлығы һәм бөтә донъяла йәшәүсе йәһүдтәр араһында боларыш ҡуптара.


Һеҙ, Изге һәм Хаҡ булғандан ваз кисеп, кеше үлтереүсене иреккә сығарыуҙы талап иттегеҙ.


Ысынлап та, Һируд менән Понтиос Пилатос ошо ҡалала Үҙең мәсехләгән изге Хеҙмәтсең Ғайсаға ҡаршы мәжүсиҙәр һәм Исраил халҡы менән берләште.


Һин Алланың бер булыуына ышанаһыңмы? Яҡшы! Ендәр ҙә быға ышана һәм ҡурҡыштарынан ҡалтырашып тора.


Һеҙҙе иһә Изге Зат мәсехләгән, һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ.


Филаделфеялағы берҙәмлек фәрештәһенә яҙ: «Ҡулында Дауыт асҡысы булған Изге һәм Хаҡ Зат – Ул асһа, бер кем яба алмаясаҡ, япһа, бер кем аса алмаясаҡ – былай ти:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ