Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Малахи 2:12 - Изге Яҙма

12 Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ҡорбан килтереп тә, ошо залимлыҡты ҡылған кешене, уның кем булыуына ҡарамаҫтан, Раббы Яҡуп сатырҙарынан ҡыуып ебәрһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

12 Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ҡорбан килтереп тә, ошо залимлыҡты ҡылған кешене, уның кем булыуына ҡарамаҫтан, Раббы Яҡуп сатырҙарынан ҡыуып ебәрһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

12 Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ҡорбан килтереп тә, ошо залимлыҡты ҡылған кешене, уның кем булыуына ҡарамаҫтан, Раббы Яҡуп сатырҙарынан ҡыуып ебәрһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Малахи 2:12
28 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Улар, йәрәбә һалып, хеҙмәт итеү сиратын билдәләй. Йәрәбә һалғанда олоһо-кесеһе, остаздары һәм өйрәнсектәре тиң була.


«Мин Раббы ғәҙеллек һөйәм, Талау һәм йәбер-золомға нәфрәтләнәм; Тоғро ҡалып, ғәмәлдәренә күрә бирермен, Улар менән мәңгелек килешеү төҙөрмөн.


Әммә кешеләр был юлды үҙҙәре һайлап ала, Улар ерәнгес эштәренән ләззәт таба. Шуға күрә үгеҙ ҡорбан итеүсе – кеше үлтереүсегә, Һарыҡ салыусы – эттең муйынын бороп һындырыусыға, Икмәк саҙаҡаһы килтереүсе – ҡорбан итеп сусҡа ҡанын һоноусыға, Иҫтәлекле хуш еҫ ҡорбаны төтәтеүсе ботҡа сәждә ҡылыусы бәндәгә тиң.


Улар икеһе лә – һорашҡан кеше лә, пәйғәмбәр ҙә ғәйепле булып, бер үк язаны алыр.


Исраил халҡына әйтергә ҡушып, Раббы Хаким былай ти: «Ғорурлығығыҙҙы һәм көсөгөҙҙө, күҙҙәрегеҙҙең ҡыуанысы, күңелегеҙҙең йыуанысы булған Изге торлағымды нәжесләйәсәкмен. Һеҙ ҡалала ҡалдырған улдарығыҙ менән ҡыҙҙарығыҙ ҡылыстан үткәреләсәк.


Бала табып үҫтерһәләр ҙә, Берәүһен бер иҫән ҡалдырмаҫмын, Уларҙы ташлап киткән сағымда Баштарына ҡайғы килер.


Бындай әшәкелектәрҙе ҡылған һәр кем, быны эшләгән һәр кеше, халҡы араһынан ҡыуылыр.


Кем балаһын Мөләхкә биреп, Минең Изге торлағымды нәжесләй, изге исемемде хурлай, Мин уға ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан алып ташлаясаҡмын.


Тотош яндырыу ҡорбандары, Икмәк саҙаҡаларығыҙҙы килтерһәгеҙ ҙә, Мин уларҙы хуш күрмәм. Татыулыҡ ҡорбанына килтергән Һимертелгән малдарығыҙға боролоп та ҡарамам.


Раббы иң тәүҙә Йәһүҙә сатырҙарын ҡотҡарыр. Сөнки Дауыт нәҫеленән булғандарҙың һәм Йәрүсәлимдә йәшәгәндәрҙең даны Йәһүҙәнекенән артыҡ булмаһын.


Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.


«Күпме мәшәҡәт», – тип, уны һанға һуҡмайһығыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шунан урланған, аҡһаҡ, ауырыу малды килтерәһегеҙ. Ни өсөн Мин шундай ҡорбанды ҡабул итеп алырға тейешмен? – ти Раббы. –


Беҙҙең бөтәбеҙҙең дә атаһы берәү түгелме ни? Бөтәбеҙҙе бер үк Алла яратманымы ни? Шулай булғас ни өсөн беҙ, ата-бабаларыбыҙҙың төҙөгән килешеүен боҙоп, үҙебеҙҙең ҡәрҙәштәребеҙгә хыянат итәбеҙ?


„Эй Яҡуп нәҫеле, сатырҙарың, Эй Исраил, торлаҡтарың ниндәй күркәм!


– Ҡалдырығыҙ шуларҙы! Һуҡырҙарҙы етәкләп йөрөүсе һуҡырҙар улар. Һуҡыр һуҡырҙы етәкләп бара икән, икеһе лә соҡорға ҡолап төшәсәк.


Яуыздар һәм алдаҡсылар иһә, үҙҙәре лә яңылышып, кешеләрҙе лә юлдан яҙҙырып, уҫалланғандан-уҫаллана барыр.


Ә януар һәм уның исеменән мөғжизәләр күрһәткән ялған пәйғәмбәр ҡулға алынды. Был ялған пәйғәмбәр януар тамғаһын ҡабул иткәндәрҙе, уның һынына табыныусыларҙы мөғжизәләр ярҙамында алдағайны. Улар икеһе лә янып торған көкөртлө күлгә тере көйө ырғытылды.


Шуға күрә Ғәли нәҫеленә ант итеп әйтәм: Ғәли нәҫеленең ғәйебе ҡорбандар менән дә, саҙаҡалар менән дә мәңге юйылмаҫ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ