Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Малахи 1:10 - Изге Яҙма

10 Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

10 Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбанлыҡ усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

10 Исмаһам, арағыҙҙан берәү Алла йорто ҡапҡаһын бикләп ҡуйһа икән, ҡорбан усағымда бушҡа утын яндырмаҫтар ине! Мин һеҙҙән риза түгелмен, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Килтергән ҡорбандарығыҙҙы ҡабул итмәйем.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Малахи 1:10
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әммә Йоаштың батшалыҡ итеүенә егерме өсөнсө йыл киткәндә лә ҡаһиндар ҡорамды төҙөкләндерә башламағайны әле.


Иманһыҙ килтергән ҡорбан – Раббы өсөн ҡәбәхәтлек, иманлының доғаһы – Уға ҡыуаныс.


Раббы был халыҡ тураһында былай ти: – Улар тегендә-бында ҡыҙырырға шул тиклем әүәҫтәр, аяҡтарын тыя белмәйҙәр. Шул арҡала Мин Раббы уларҙы хуш күрмәйем. Инде ғәйептәрен иҫкә төшөрәм, гонаһтары өсөн язалаясаҡмын.


Ураҙа тотһалар ҙа, Мин уларҙың зарҙарын тыңламаясаҡмын. Тотош яндырыу ҡорбаны килтерһәләр ҙә, икмәк саҙаҡаһы һонһалар ҙа, ҡабул итмәйем. Мин уларҙы ҡылыс менән, аслыҡ менән, үләт менән ҡырып ташлайым.


Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Ни хәжәтемә Шеванан килгән еҫле май? Алыҫ илдән килтерелгән хуш еҫле ҡамыш нимәгә Миңә? Тотош яндырыуҙарығыҙҙы ҡабул ҡылмайым, Ҡорбандарығыҙ Миңә хуш түгел».


Шуға күрә ҡатындарын – башҡаларға, Баҫыуҙарын бүтән хужаларға бирәм. Ябай халыҡтан алып затлыһына тиклем Хәрәм юл менән табыш көҫәй. Пәйғәмбәрҙән алып ҡаһинға тиклем Барыһы ла ялған эш итә.


Эре һәм ваҡ малдарын ҡыуалап, Раббыны эҙләп килерҙәр, ләкин таба алмаҫтар, сөнки Раббы уларҙы ташланы.


Бында башлыҡтары ришүәт өсөн хөкөм итә, Ҡаһиндары түләмәйсә белем бирмәй, Пәйғәмбәрҙәр аҡса өсөн күрәҙәлек итә, Һәр ҡайһыһы Раббыға таянмаҡ: «Раббы беҙҙең менән түгелме ни? Башыбыҙға бәлә килмәйәсәк!»


«Күпме мәшәҡәт», – тип, уны һанға һуҡмайһығыҙ, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. – Шунан урланған, аҡһаҡ, ауырыу малды килтерәһегеҙ. Ни өсөн Мин шундай ҡорбанды ҡабул итеп алырға тейешмен? – ти Раббы. –


Күк ғәскәрҙәре Раббыһына ҡорбан килтереп тә, ошо залимлыҡты ҡылған кешене, уның кем булыуына ҡарамаҫтан, Раббы Яҡуп сатырҙарынан ҡыуып ебәрһен.


Йәнә бына ни эшләйһегеҙ һеҙ: илай-һыҡтай Раббының ҡорбан усағын күҙ йәшенә мансыйһығыҙ, сөнки Раббы ҡорбанығыҙға диҡҡәт итмәй, һеҙҙән уны хуш күреп ҡабул итмәй.


Ә ялланғаны – ысын көтөүсе түгел. Ул, һарыҡтар үҙенеке булмағанлыҡтан, уларҙы ҡайғыртмай: бүре килгәнен күреп, һарыҡтарҙы ташлап ҡаса; бүре, һөжүм итеп, һарыҡтарҙы тамаҡлап китә.


Алла йортонда хеҙмәт итеүселәрҙең шул Йорттан туҡланыуҙарын белмәйһегеҙме әллә? Ҡорбан усағында хеҙмәт иткәндәр ҙә шундағы ҡорбандан өлөш ала, быны ла белмәйһегеҙме?


Башҡалар, Ғайса Мәсихкә ҡулай булғанды түгел, ә үҙ яғын нығыраҡ ҡайыра.


Минең тәҡүә кешем үҙенең иманы арҡаһында йәшәр. Әгәр сигенә ҡалһа, уны күңелем ҡабул итмәйәсәк».


үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ