10 Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораны.
10 Халыҡ унан: – Беҙ нимә эшләйек һуң? – тип һораған.
Һыуға сумдырылыр өсөн һалым йыйыусылар ҙа килгәйне: – Остаз! Ә беҙгә нимә эшләргә? – тинеләр.
Ғәскәриҙәр ҙә унан: – Ә беҙгә нимә эшләргә? – тип һораны. – Бер кемдән дә көсләп, ялған шаһитлыҡ ҡылып әйбер алмағыҙ. Хеҙмәт хаҡы менән ҡәнәғәт булығыҙ, – тине Яхъя.
Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! «Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим!» – тип уйлай башламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала.
Шунан уларҙы тышҡа алып сыҡты. – Әфәнделәрем! Ҡотолор өсөн миңә нимә эшләргә кәрәк? – тип һораны.
Был һүҙҙәр тыңлаусыларҙың йөрәктәренә үтеп инде. Улар Петрустан һәм башҡа илселәрҙән: – Туғандар, беҙгә ни эшләргә һуң? – тип һораны.
– Гонаһтарығыҙ ғәфү ителһен өсөн һәр берегеҙ тәүбәгә килегеҙ һәм Ғайса Мәсих исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үтәгеҙ. Шул ваҡытта Алланың бүләген – Изге Рухты ҡабул итерһегеҙ.
Тор ҙа ҡалаға бар. Нимә эшләргә икәнен һиңә унда әйтерҙәр.