Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 24:50 - Изге Яҙма

50 Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Бейт-Әниә тирәһенә тиклем улар менән бергә барҙы. Шунда Ул, ҡулдарын күтәреп, уларға фатихаһын бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

50 Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Вифания тирәһенә тиклем улар менән бергә барған. Шунда Ул ҡулдарын күтәреп уларға фатихаһын биргән.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

50 Ғайса, шәкерттәрен ҡаланан ситкә алып сығып, Бейт-Әниә тирәһенә тиклем улар менән бергә барҙы. Шунда Ул, ҡулдарын күтәреп, уларға фатихаһын бирҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 24:50
15 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шуны тәмле итеп мин яратҡанса бешер ҙә һыйла мине, шунан һиңә фатихамды бирермен.


– Былар минең улдарым, – тине Йософ, – уларҙы Алла миңә ошонда бирҙе. – Килтер уларҙы минең яныма, – тине Исраил, – фатихамды бирәйем.


Исраил нәҫеленең ун ике ырыуы бына шулар. Аталары уларҙы мөбәрәк ҡылып ошо һүҙҙәрҙе әйтте һәм һәр береһенә уға тейешле фатихаһын бирҙе.


Һарун, гонаһ ҡорбанын, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим иткәндән һуң, ҡулдарын күтәреп халыҡҡа фатиха бирҙе һәм ҡорбан усағынан төштө.


Ғайса, уларҙы ҡалдырып, ҡаланан Бейт-Әниәгә китте һәм шунда ҡунды.


Ул балаларҙы ҡосаҡланы ла, ҡулдарын ҡуйып, фатихаһын бирҙе.


Йәрүсәлимгә яҡынлашып, Зәйтүн тауына, Бейт-Фаге һәм Бейт-Әниә ауылдарына етеп килгәндә, Ғайса ике шәкертен алдан ебәрҙе.


Фатиха биргәндә, алыҫая барып, күккә алынды.


Шунан аҙаҡ илселәр Йәрүсәлимдән бер саҡрым самаһы юлда ятҡан Зәйтүн тауы тип аталған тауҙан Йәрүсәлимгә ҡайтты.


Ошо һүҙҙәрҙе әйткәс, Ғайса илселәрҙең күҙ алдында күккә олғашты, болот Уны уларҙың ҡарашынан йәшерҙе.


Инде ирҙәрҙең ярһымайынса һәм бәхәсләшмәйенсә, саф намыҫ менән ҡулдарын күтәреп доға ҡылыуҙарын теләйем.


Йушағ уларға фатиха бирҙе лә өйҙәренә оҙатты, һәм улар ҡайтып китте.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ