Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 21:20 - Изге Яҙма

20 Йәрүсәлимдең ғәскәр менән ҡамап алынғанын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емереләсәк ваҡыты яҡынлаша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

20 Иерусалимдың ғәскәр менән ҡамап алыныуын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емерелеү ваҡыты яҡынлаша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

20 Йәрүсәлимдең ғәскәр менән ҡамап алынғанын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емереләсәк ваҡыты яҡынлаша.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 21:20
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Әлеге хаким күптәр менән ете йылға ныҡлы килешеү төҙөшөр һәм килешелгән ваҡыттың яртыһы еткәнсе үк ҡорбандарҙы һәм саҙаҡа килтереүҙәрҙе туҡтатыр, был урында Изге торлаҡты ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмә ҡуйыр – ҡыйратыусы алдан уҡ билдәләнгән ахыр көнөнә тарығанға тиклем дауам итер был.


Ә инде Даниил пәйғәмбәр әйткән «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» Изге урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!),


Ә инде «ташландыҡ хәлгә килтереүсе ерәнгес бер нәмәнең» тейеш булмаған урында тороуын үҙегеҙ күргәс (был һүҙҙәрҙе уҡыған кеше аңлаһын!), Йәһүҙиәлә булғандар тауҙарға ҡасһын.


Һиңә шундай көндәр килер: дошмандарың тирә-яғыңа тупраҡ өйөп, һине ҡамап алыр һәм һәр яҡлап ҡыҫырыҡлар.


Ғайсанан: – Остаз, һөйләгәндәрең ҡасан булыр? Быларҙың тиҙҙән етәсәген ниндәй билдәләр күрһәтер? – тип һоранылар.


Исраил кешеләре иман менән ете көн рәттән Йерихо ҡалаһын урағандан һуң, уның диуарҙары ишелеп төшә.


Беҙҙең тирә-яғыбыҙҙа шаһиттар шул тиклем күп, шуға күрә юлыбыҙҙа торған бөтә ҡаршылыҡтарҙы, беҙҙе сырмап алған гонаһтарҙы алып ташлайыҡ һәм алда торған ярыш юлын сыҙамлыҡ менән йүгереп үтәйек.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ