17 Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар.
17 Бөтәһе лә һеҙҙе Минең арҡала күрә алмаҫ.
Минең арҡала бөтәһе лә һеҙгә нәфрәт менән ҡарар. Ләкин аҙаҡҡа тиклем сыҙаған кеше ҡотоласаҡ.
Ул ваҡытта һеҙҙе ғазапҡа һалырҙар, үлтерерҙәр, бөтә халыҡтар ҙа Минең арҡала һеҙгә нәфрәт менән ҡарар.
Минең арҡала кешеләр һеҙҙе хурлағанда, эҙәрләгәндә һәм һеҙгә ҡаршы төрлө ялған һүҙ һөйләгәндә, һеҙ бәхетле.
Атай-әсәйҙәрегеҙ ҙә, ағай-энеләрегеҙ, ҡәрҙәштәрегеҙ, дуҫтарығыҙ ҙа һеҙгә хыянат итер, ҡайһы берҙәрегеҙҙе үлтерерҙәр.
Шулай ҙа башығыҙҙағы сәсегеҙҙең бер генә бөртөгө лә төшмәҫ.
Әҙәм Улы өсөн кешеләр һеҙгә нәфрәтләнгәндә лә, һеҙҙе ҡыуып ебәргәндә, хурлағанда, исемегеҙгә ҡара яҡҡанда ла һеҙ бәхетле.
Был донъяныҡы булһағыҙ, ул һеҙҙе үҙенеке кеүек итеп яратыр ине. Ләкин һеҙ был донъяныҡы түгел, Мин һеҙҙе, һайлап алып, был донъянан айырҙым, шунлыҡтан донъя һеҙгә нәфрәтләнде.
Улар быларҙың барыһын да Минең исемем хаҡына эшләр, сөнки Мине Ебәргәнде белмәйҙәр.
Мин уларға Һинең һүҙеңде еткерҙем һәм донъя уларға нәфрәтләнде, сөнки Мин донъяныҡы булмаған кеүек, улар ҙа донъяныҡы түгел.
Донъя һеҙгә нәфрәтләнмәй, ә Мине күрә алмай, сөнки Мин уның эштәренең яуыз булғанын күрһәтеп торам.
Уға Минең хаҡҡа күпме ғазап сигергә тейешлеген күрһәтермен, – тине.
Шуның өсөн Мәсих хаҡына тип түҙгән көсһөҙлөккә лә, кәмһетеүҙәргә, мохтажлыҡҡа, эҙәрлекләүҙәргә, ҡыйынлыҡтарға ла ризамын, сөнки мин көсһөҙ саҡта ҡеүәтлемен.
Эйе, үлемле тәнебеҙҙә Уның тормошо ла күренһен өсөн беҙ, тереләр, Ғайса хаҡына бер туҡтауһыҙ үлемгә дусар ителәбеҙ.
Беҙ бит үҙебеҙҙе түгел, ә Ғайса Мәсихте бөйөк Хаким булараҡ вәғәзләйбеҙ, үҙебеҙ иһә – Мәсих хаҡына һеҙҙең хеҙмәтселәрегеҙ генә.
сөнки һеҙгә Мәсихкә ышаныу ғына түгел, ә Уның өсөн ғазаптар сигеү ҙә бирелде.
Әгәр ҙә һеҙҙе Мәсих исеме өсөн мыҫҡыллайҙар икән, һеҙ бәхетле, сөнки шөһрәт Рухы, Алла Рухы – һеҙҙә.
Һинең сыҙам икәнлегеңде беләм, Минең исемем хаҡына күпте кисерһәң дә, аяҡтан йығылманың.