Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Лукас 13:29 - Изге Яҙма

29 Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында табын артында ултырырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Инжил

29 Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында мәжлес өҫтәле артына ултырырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

29 Көнсығыштан һәм көнбайыштан, төньяҡтан һәм көньяҡтан килерҙәр һәм Алла Батшалығында табын артында ултырырҙар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Лукас 13:29
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ҡом бөртөгө күпме булһа, нәҫел-ырыуың да шул саҡлы күп булыр, улар көнбайышҡа ла, көнсығышҡа ла, төньяҡҡа һәм көньяҡҡа ла таралып ултырыр. Ер йөҙөндәге бөтә халыҡтар һинең һәм һинең тоҡомоң аша фатихалы булыр.


Төньяҡҡа: „Бир уларҙы!“ Көньяҡҡа: „Тотма уларҙы, – тип әйтермен. – Улдарымды алыҫтан, Ҡыҙҙарымды ерҙең сигенән килтер, – тиермен. –


Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».


Гәрсә көнсығыштан алып көнбайышҡа тиклем Минең исемем халыҡтарҙа данлы булыр. Һәр ерҙә Миңә арнап хуш еҫ төтәтерҙәр, хәләл саҙаҡалар бирерҙәр. Сөнки исемем халыҡтар араһында данлы булыр, – ти Күк ғәскәрҙәре Раббыһы. –


Әммә һеҙгә шуны әйтәм: көнсығыштан һәм көнбайыштан күптәр килер, улар Күктәр Батшалығында Ибраһим, Исхаҡ һәм Яҡуп менән бергә табын артында ултырыр.


Шул ваҡыт Ул, фәрештәләрҙе ебәреп, ерҙең дүрт тарафынан – ер ситенән алып күк ситенә тиклем – Үҙе һайлағандарҙы йыйыр.


Әлеге ваҡытта һуңғы булғандарҙың ҡайһы берҙәре – беренсе, беренселәрҙең ҡайһы берҙәре һуңғы булыр.


Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай.


Тик һеҙ, иманығыҙҙың нигеҙендә ныҡлы һәм ҡаҡшамаҫ булып, үҙегеҙ ишеткән Һөйөнөслө Хәбәр биргән өмөттән ситләшмәгеҙ. Ул донъялағы һәр йән эйәһенә вәғәзләнгән һәм мин, Паулус, Уның хеҙмәтсеһе булдым.


Һеҙгә килеп еткән Һөйөнөслө Хәбәр, һеҙ уны ишетеп, Алла мәрхәмәте тураһындағы хәҡиҡәтте аңлаған көнөгөҙҙән башланғандағы кеүек, бөтә донъяла тарала бара һәм уңышҡа өлгәшә.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ