Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 9:24 - Изге Яҙма

24 Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

24 Раббы тарафынан ут сығып усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

24 Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 9:24
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бына бер саҡ, ҡояш байып, ҡараңғы төшкәс, мейестән бөркөлгәндәй төтөн үә ялҡын хасил булды һәм урталай киҫелгән түшкәләр араһынан үтеп китте.


Ибрам йөҙтүбән ергә ҡапланды. Алла һүҙен дауам итте:


былай тип доға ҡылды: – Эй кирубтар араһында тәхет ҡорған Исраил Аллаһы Раббы! Ерҙәге бөтә батшалыҡтарҙың берҙән-бер Аллаһы Һин. Күк менән ерҙе Һин яраттың.


Шул урында Дауыт Раббыға бағышлап ҡорбан усағы эшләй һәм тотош яндырыу, татыулыҡ ҡорбандары килтерә. Шунан Раббыға ялбара һәм Раббы, уны ишетеп, күктән тотош яндырыу усағына ут төшөрә.


Ә мин Һиңә мөһабәт ҡорам һалдым, Ул мәңгегә Һиңә торлаҡ булһын.


Улар сиратлашып Раббыны данланы һәм шөкөр ҡылып: «Раббы игелекле, Исраилға тоғро мөхәббәте мәңгелек», – тип йырланы. Раббы йортона нигеҙ һалынған өсөн Раббыны данлап, бөтә халыҡ тирә-яҡты шатлыҡ ауаздарына күмде.


Йырсылар етәксеһенә: «Гиттиҫ» көйөнә. Асафтың мәҙхиәһе.


Унда Раббының фәрештәһе уға сәнскәкле ҡыуаҡ араһынан ялҡын булып күренде. Муса ҡыуаҡтың ялҡынланып яныуын, әммә янып бөтмәүен күрҙе.


Шул саҡ Раббы хозурынан ут сыҡты ла уларҙы ялмап алды. Улар Раббы алдында үлде.


Ҡорбан усағында ут һәр саҡ янып торһон, һүнмәһен.


Муса менән Һарун йыйылған барлыҡ Исраил йәмғиәте алдында йөҙтүбән ергә ҡапланды.


Тик Муса менән Һарун йөҙтүбән ергә ҡапланып: – Эй Аллабыҙ, бөтә йән эйәләренә һулыш биргән Алла! Бер кеше гонаһ ҡылды, ә Һин бөтә йәмғиәткә асыуланаһыңмы? – тип ялбарҙы.


Бәлә-ҡаза күренмәй Яҡуп нәҫелендә, Исраилда бәхетһеҙлек тойолмай. Раббылары Алла – улар менән, Уны үҙҙәренең батшаһы итеп сәләмләйҙәр.


Ул ситкәрәк китте лә ергә йөҙтүбән ятып доға ҡылды: – Атам! Мөмкин булһа, был ғазап туҫтағы Мине урап үтһен ине! Шулай ҙа Мин түгел, Һин теләгәнсә булһын.


Йән эйәләре тәхеттә Ултырыусыға, мәңгенән-мәңгегә Йәшәүсегә дан, хөрмәт һәм рәхмәт белдергән һайын,


Ул төргәк китапты алғас, дүрт йән эйәһе һәм егерме дүрт аҡһаҡал Бәрәс алдына йөҙтүбән ҡоланы. Уларҙың һәр береһендә арфа һәм хуш еҫтәр ҡушылмаһы – йәғни изгеләрҙең доғалары тултырылған алтын туҫтаҡ ине.


Тәхет, аҡһаҡалдар, шулай уҡ дүрт йән эйәһе тирәһендәге бөтә фәрештәләр, тәхет алдына йөҙтүбән ҡапланып, Аллаға сәждә ҡылдылар.


Әммә ҡатыны уға: – Әгәр ҙә Раббы беҙҙе харап итер булһа, тотош яндырыу ҡорбаны менән икмәк саҙаҡаһын ҡабул итмәҫ ине. Беҙгә быларҙың береһен дә күрһәтмәҫ, ишеткәндәребеҙҙе әйтмәҫ ине, – тине.


Раббы фәрештәһе ҡулындағы таяҡ осо менән иткә һәм сөсө икмәккә ҡағылғайны, таштан ут сыҡты. Ут ит менән сөсө икмәкте яндырҙы. Шунан Раббы фәрештәһе күҙҙән юғалды.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ