Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 8:35 - Изге Яҙма

35 Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

35 Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

35 Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 8:35
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Аллаң Раббының талаптарын еренә еткереп үтә. Уның юлында йөрө, Муса ҡанунында яҙылғанса, Алланың ҡағиҙәләрен, бойороҡтарын, ҡарарҙарын, күрһәтмәләрен тот. Шул саҡта, ҡайҙа ғына барһаң да, нимә генә эшләһәң дә, һиңә уңыш юлдаш булыр.


Һарунға һәм уның улдарына ҡарата Мин һиңә ҡушҡандарҙың барыһын да үтә. Уларҙы ҡаһинлыҡҡа бағышлау ете көн дауам итһен.


Ете көн буйы көн дә гонаһ ҡорбаны булараҡ бер кәзә тәкәһе килтер. Шулай уҡ эре мал көтөүенән берәр үгеҙ башмаҡ һәм һарыҡ көтөүенән берәр һарыҡ тәкәһе алып кил. Уларҙың барыһы ла кәмселекһеҙ булһын.


Был биләмә Садоҡ нәҫеленән булған бағышланған ҡаһиндарға булыр. Улар Миңә тоғро хеҙмәт итте. Исраил халҡы юлдан яҙған саҡта левиҙәр ҙа юлдан яҙҙы, әммә улар юлдан яҙманы.


Һарундың улдары Надав менән Авиһу, үҙҙәренең төтәҫләгес һауыттарын алып, уға ҡуҙ, хуш еҫле матдәләр һалдылар ҙа Раббы алдына рөхсәт ителмәгән ут килтерҙеләр. Ә Раббы быны эшләргә бойормағайны.


Таҙарыныусы кеше кейемен йыуһын, үҙен тотош ҡырһын, йыуынһын һәм таҙа һаналыр. Шунан тупламға ҡайтһын, әммә ете көн буйы сатырының тышында йәшәһен.


Муса мәсех майы, ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды алып, Һарун менән улдарына һәм уларҙың кейемдәренә һирпте. Шул рәүешле Һарунды һәм уның кейемен, улдарын һәм уларҙың кейемдәрен изгеләндерҙе.


Бөгөн эшләгән һәр нәмәне Раббы һеҙҙе гонаһтарығыҙҙан паклау өсөн бойорҙо.


Һарун менән улдары Раббының Муса аша еткерелгән бөтә бойороҡтарын да тулыһынса үтәне.


Ул таҙарыныу һыуы менән өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә таҙарынһа, таҙа булыр. Әгәр өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә таҙарынмаһа – таҙа булмаҫ.


Һарун һәм бөтә йәмғиәт өсөн хеҙмәт итеп, левиҙәр Осрашыу сатырында бөтә эштәрҙе башҡарһын.


Болот сатыр өҫтөндә бик оҙаҡ торһа, исраилдар, Раббының күрһәтмәһен үтәп, юлға сығырға ашыҡманы.


Һөйөклөләрем, беҙгә ошондай вәғәҙәләр бирелде! Алла алдында ҡурҡҡан хәлдә үҙебеҙҙе тулыһынса Уға бағышлап, әйҙәгеҙ, тәнебеҙҙе һәм рухыбыҙҙы һәр төрлө бысраҡтан таҙарындырайыҡ.


Шулай итеп, Аллаң Раббыны ярат һәм һәр ваҡыт Уның барлыҡ ҡарарҙарын, ҡағиҙәләрен һәм ҡанундарын тот.


Тимоҫеус улым, һинең турала элек һөйләнгән пәйғәмбәрлек һүҙҙәре буйынса, үҙемдең әмеремде еткерәм: һин, уларға таянып, лайыҡлы көрәш алып бар,


Алла, Ғайса Мәсих һәм һайлап алынған фәрештәләр алдында һинән үтенеп һорайым: ҡушылған күрһәтмәләремде үтәгәндә ғәҙел бул, бер кемгә лә өҫтөнлөк бирмә.


Бар тереклеккә йән биреүсе Алла алдында һәм, тоғро иманын раҫлап, Понтиос Пилатос ҡаршыһында шаһитлыҡ биргән Ғайса Мәсих алдында һиңә аманат әйтәм:


Был донъялағы байҙарҙы иҫкәрт: улар үҙҙәре тураһында юғары фекерҙә булмаһын һәм ышанысһыҙ байлыҡҡа түгел, рәхәтләнеп йәшәү өсөн бөтә нәмәне мул биргән Аллаға өмөт бағлаһын.


Тимоҫеус! Үҙеңә ышанып тапшырылғанды һаҡла, Алланы һанға һуҡмаған буш һүҙҙәрҙән һәм, ғилем тип аталып та, дөрөҫлөккә тап килмәгән нәмәләрҙән ары тор.


Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән үтенеп һорайым:


Муса ҡануны баш ҡаһин итеп кешеләргә хас кәмселектәре булған әҙәмдәрҙе билдәләй. Ә ҡанундан һуң бирелгән ант буйынса Баш Ҡаһин итеп Алла Улы билдәләнде. Ул – мәңгелек камиллыҡҡа өлгәшкән Зат.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ