Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 6:17 - Изге Яҙма

17 Ул әсетке һалып бешерелмәһен. Уны ут ҡорбандарымдан ҡаһиндарҙың өлөшө итеп бирҙем. Гонаһ ҡорбаны менән ғәйеп ҡорбаны кеүек үк, ул да изгеләрҙән-изге.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

17 Ул әсетке һалып бешерелмәһен. Уны ут ҡорбандарымдан ҡаһиндарҙың өлөшө итеп бирҙем. Гонаһ ҡорбаны менән ғәйеп ҡорбаны кеүек үк ул да изгеләрҙән-изге.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

17 Ул әсетке һалып бешерелмәһен. Уны ут ҡорбандарымдан ҡаһиндарҙың өлөшө итеп бирҙем. Гонаһ ҡорбаны менән ғәйеп ҡорбаны кеүек үк, ул да изгеләрҙән-изге.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 6:17
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ете көн ҡорбан усағын пакландыр һәм изгеләндер, шулай итеп ҡорбан усағы изгеләрҙән-изге булыр. Уға ҡағылған бөтә нәмә лә изгегә әйләнер.


Шулай уҡ тотош яндырыу ҡорбаны усағына һәм уның бөтә йыһаздарына май һөрт: ҡорбан усағын изгеләндер – ул изгеләрҙән-изге булыр.


Муса гонаһ ҡорбаны булараҡ килтерелгән кәзә тәкәһе тураһында һораны. Ул иһә яндырылғайны инде. Муса Һарундың иҫән ҡалған улдары Әлғазар менән Иҫамарға бик ныҡ асыуланды.


Раббыға килтерә торған икмәк саҙаҡаларының береһе лә әсеткеле ҡамырҙан бешерелмәһен, сөнки Раббыға ут ҡорбаны итеп әсетке лә, бал да яндырылырға тейеш түгел.


Икмәк саҙаҡаһының ҡалғаны иһә Һарун менән улдарына булыр. Раббыға бағышланған ут ҡорбанының өлөшө булғанға күрә, ул изгеләрҙән-изге.


– Һарунға һәм уның улдарына әйт: бына гонаһ ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Гонаһ ҡорбаны тотош яндырыу ҡорбаны боғаҙланған урында, Раббы хозурында салынырға тейеш. Ул – изгеләрҙән-изге.


Ҡорбан ғәмәлен башҡарған ҡаһин уны изге урында, Осрашыу сатырының ихатаһында, ашар.


Ҡаһин нәҫеленән булған һәр ир заты был итте ашай ала. Ул – изгеләрҙән-изге.


Бына ғәйеп ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Ул – изгеләрҙән-изге ҡорбан.


Ҡаһиндар нәҫеленән булған һәр ир заты был ҡорбанды ашай ала. Уны изге урында ашарға кәрәк, сөнки ул изгеләрҙән-изге.


Гонаһ ҡорбанына ла, ғәйеп ҡорбанына ла ҡағиҙә бер төрлө: ҡорбандың ите ошо ҡорбан аша паклау йолаһын башҡарған ҡаһинға булыр.


Изге Яҙмала яҙылғанса: «Ул гонаһ ҡылманы, ауыҙынан ялған сыҡҡаны булманы».


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ