Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




Левиҙәр 5:15 - Изге Яҙма

15 – Әгәр берәйһе Раббыға бағышланған изге әйбергә ҡул һуҙып, яңылышлыҡ менән гонаһ ҡылһа, ғәйеп ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал көтөүенән кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен. Был тәкәнең хаҡы изге шекелгә күрә көмөш шекел менән билдәләнһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Башкирский ВЗ (неполный)

15 – Әгәр берәйһе Раббыға бағышланған изге әйбергә ҡул һуҙып, яңылышлыҡ менән гонаһ ҡылһа, ғәйеп ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал көтөүенән кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен. Был тәкәнең хаҡы изге шекелгә күрә көмөш шекел менән билдәләнһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ

Изге Яҙма

15 – Әгәр берәйһе Раббыға бағышланған изге әйбергә ҡул һуҙып, яңылышлыҡ менән гонаһ ҡылһа, ғәйеп ҡорбаны итеп Раббыға ваҡ мал көтөүенән кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен. Был тәкәнең хаҡы изге шекелгә күрә көмөш шекел менән билдәләнһен.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




Левиҙәр 5:15
33 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғәйеп һәм гонаһ ҡорбандары өсөн бирелгән аҡсалар иһә Раббы ҡорамына тотонолманы; улар ҡаһиндарға тәғәйенләнгәйне.


Улар ҡатындарын айырып ебәрергә һүҙ бирҙе һәм ғәйептәре өсөн һәр береһе һарыҡ тәкәһе ҡорбан итте.


Иҫәпкә алынған һәр кем, изге шекелгә күрә ярты шекел (шекелдә – егерме гера) көмөш индерһен; был ярты шекел – Раббыға саҙаҡа.


Айуандың һәр ике яғында икешәр өҫтәл тора, уларҙа тотош яндырыу ҡорбаны, гонаһ ҡорбаны, ғәйеп ҡорбаны салалар.


Әгәр берәйһе тотош яндырыу ҡорбанына ваҡ мал, һарыҡ йәки кәзә килтерһә, ҡорбаны кәмселекһеҙ тәкә булһын.


Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Раббы был ҡорбанды ҡабул ҡылһын өсөн ҡорбан килтереүсе башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен.


Шунан ҡаһин тәкә бәрәстәрҙең береһен бер лог май менән бергә ғәйеп ҡорбаны өсөн килтерһен дә, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәтһен.


егерменән алтмыш йәшкә тиклемге ир-егет өсөн илле шекел көмөш, изге шекел менән;


– Исраил халҡына әйт: кем дә кем Раббының бойороҡтарына ҡаршы килгән берәй нәмә эшләп, белмәйенсә гонаһ ҡылһа, түбәндәгеләрҙе башҡарырға тейеш.


Был кеше изге әйбер өсөн түләргә һәм, хаҡының биштән бер өлөшө тиклем өҫтәп, уны ҡаһинға бирергә тейеш. Ҡаһин ғәйеп ҡорбаны итеп килтерелгән тәкә менән был кешене гонаһынан паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Гонаһ ҡылған кеше ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны итеп ваҡ малдан кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерергә тейеш. Ҡаһин уны белмәйенсә эшләгән ғәйебенән паклар һәм ул кеше ярлыҡаныр.


Ғәйебе өсөн Раббыға ҡорбан ҡылһын: ҡаһинға ғәйеп ҡорбаны өсөн ваҡ малдан билдәле хаҡтағы кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе килтерһен.


Бына ғәйеп ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Ул – изгеләрҙән-изге ҡорбан.


Ҡаһиндар нәҫеленән булған һәр ир заты был ҡорбанды ашай ала. Уны изге урында ашарға кәрәк, сөнки ул изгеләрҙән-изге.


хата йәмғиәттең белмәүе арҡаһында эшләнһә, бөтә йәмғиәт Раббыға күркәм хуш еҫ булараҡ тотош яндырыу ҡорбаны итеп тейешле булған икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ, гонаһ ҡорбаны булараҡ бер кәзә тәкәһе килтерһен.


Раббы Мусаға былай тине: – Исраилдарға еткер:


Зыян күргән кеше мәрхүм булып, уға түләнә торған йоломдо алырлыҡ яҡын туғаны булмаһа, ул саҡта йолом аҡсаһы Раббыға бағышланһын. Был йолом, ғәйепле кешене пакландырыу өсөн килтерелгән һарыҡ тәкәһе менән бергә, ҡаһинға бирелһен.


Изге ҡорбандарығыҙҙы, нәҙер итеп әйткән бүләктәрегеҙҙе алып, Раббы һайлаған урынға килтерегеҙ.


Тегеләр: – Исраил Аллаһының һандығын кире ҡайтарырға булһағыҙ, буш ебәрмәгеҙ, – тип яуапланылар. – Уны мотлаҡ рәүештә ғәйеп ҡорбаны менән бергә кире бирегеҙ. Шул саҡта һауығырһығыҙ һәм Уның ҡулы һеҙҙе ни өсөн язалағанын аңларһығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ